Яңылыҡтар
6 Мая , 07:52

Башҡортостан халҡы Константин Толкачевты һуңғы юлға оҙата

Башҡортостан халҡы Константин Толкачевты һуңғы юлға оҙатаБашҡортостан халҡы Константин Толкачевты һуңғы юлға оҙата
Башҡортостан халҡы Константин Толкачевты һуңғы юлға оҙата

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйәсәктәр. Был хаҡта хушлашыу тантанаһы барышында белдерелде.

Матәм митингы бер нисә минут элек Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһында тамамланды. Константин Толкачев менән хушлашырға йөҙҙәрсә кеше килде: туғандары, хеҙмәттәштәре, депутаттар, төрлө төбәктәрҙән йыйылған йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр, Башҡортостан халҡы. Тантана юғары вазифалы кешеләр ҡатнашлығында үтте, шул иҫәптән хәрбиҙәр ҡатнашты.

«Тотош бер дәүер китте — кешеләр, ваҡиғалар, хәҙерге Башҡортостандың формалашыуы һәм үҫеш дәүере», — тине Толкачев менән бәхилләшкәндә республика Башлығы Радий Хәбиров.

Ул Константин Толкачевтың хәтере мәңгеләштереләсәк, тип вәғәҙәләне.

 
Автор:
Читайте нас