

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев оҙаҡ ауырығандан 74-се йәшендә арабыҙҙан китте. Ҡайғылы хәбәрҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте. Һуңғы ваҡытта Толкачев Мәскәүҙә дауалана ине.
«Константин Борисович яҡты донъяны ҡалдырып китте. Ул һуңғы йылдарҙа ҡаты сир менән көрәште. Үҙен ҡыйыу, ысын офицерҙарса, генералдарса итеп тотто. Бер ҡасан да зарланманы. Ваҡыты менән дауаланырға барып ҡайта торғайны. Хәле насарланғас, ул ауыр операция яһатырға тигән ҡарар ҡабул итте. Уны Бурназян клиникаһында эшләнеләр (А.И.Бурназян исемендәге Федераль медицина биофизика үҙәге, Мәскәү ҡалаһы - ред. иҫкәрмәһе). Күтәренке кәйефтә осто, операциянан сыҡты, ауыр хәлдә булһа ла, йәшәргә теләге көслө ине. Был иң оло хөрмәткә лайыҡ. Беҙгә ауыр, әлбиттә. Беҙҙең идара итеү командаһында өлкән иптәшебеҙҙе йылы һүҙ менән иҫкә алмаған кеше юҡтыр, моғайын. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы уның етәкселегендә һөҙөмтәле эшләне. Бергәләп ижтимағи-сәйәси көрсөктө, ковидты, махсус хәрби операцияны, санкция баҫымын үттек. Константин Толкачев беҙҙең өсөн өлкән ағай булды, шәхсән үҙем шулай тип ҡабул итәм. Бик ауыр юғалтыу», – тине Радий Хәбиров.
Оператив кәңәшмәлә Константин Толкачевты бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
Башинформ: https://bash.bashinform.ru/news/politics/2026-05-04/bash-ortostan-d-l-t-yyyylyshy-r-yese-konstantin-tolkachev-vafat-4653785