

Тышлыҡта – мәғрифәтсе-шағир Сафуан ЯҠШЫҒОЛОВ. Билдәле рәссам Риф АБДУЛЛИН эше. Яңы һан прозала тәүге аҙымдарын ышаныслы һәм уңышлы яһаған Әбйәлил яҙыусыһы Сәфинә Хәкимованың «Күрше» хикәйәһе менән башлана. Артабан яҙыусы-сатирик Рәзилә Ырыҫҡужинаның ауыл тормошо хаҡында ябай ҙа, күңелле лә ҡыҫҡа хикәйәләре дауам итә. Проза бүлеге Иҙрис Ноғмановтың «Яҙлыҡҡан яҙмыштар» романының аҙаҡҡы өлөшө менән тамамлана.
Сәсмә әҫәрҙәр араһында ынйы бөртөгөләй баҫылған шиғырҙар авторҙары — Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы Сәлиә Ғатауллина, Хәйбулла районынан шағир Харис Сәғитов. Артабан күренекле мәғрифәтсе Сафуан Яҡшығоловтың ижадына байҡау яһала, билдәле яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡовтың һуңғы йылдарҙағы әҫәрҙәре анализлана.
«Унан һуң нимәлер әйтеү ауыр шул...» Билдәле прозаик Әмир Әминев үҙенең замандашы, халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа төбәп әйткән һүҙҙәр был. Был очеркта күренекле ижадсының башҡорт әҙәбиәтенә индергән өлөшөнә, әҙәби, публицистик хеҙмәттәренә байҡау яһала, баһа бирелә. «Үткән быуаттың 60-сы йылдар башынан алып беҙҙең быуаттың 20-се йылдар баштарына тиклемге дәүерҙә башҡорт шиғриәтенең иң сағыу йондоҙҙарының береһе булды. Был арауыҡта ул заман менән бергә атлаған әҙәбиәттең эсендәге иң теремек, төплө белгестәрҙең береһе булды. Быны үҙ быуыны вәкилдәре лә, йәшерәк быуын әҙәбиәтселәре лә кире ҡаға алмаҫ. Уныһын да үҙе китеп күпмелер ара үткәс кенә аңлайһың, сөнки урыны буш ҡалды, уны алыштырыр, һис юғы, йәнәш ҡуйырлыҡ белгес арабыҙҙа күренмәй», - тип әсенеп яҙа прозаик.
Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Илеш ҡыҙы Гөлфинә Сәлимова премияһына иғлан ителгән «Тормош өсөн кәрәк мөхәббәт» исемле мөхәббәт хаҡында хикәйәләр һәм повестар конкурсына хикәйәләр килеүен дауам итә. Унда Дәүләкән ижадсыһы Миңзәлә Хәлилова һәм Әбйәлил районынан Зөһрә Бәшәрова ҡушылды, уларҙың «Аҡ күгәрсенкәй булып» һәм «Һуғыш яралаған мөхәббәт» хикәйәләрен шулай уҡ ошо һанда уҡырға мөмкин.