Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Декабрь , 12:15

Афарин, Заһиҙә, Рәзинә!

Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһын алған йәш яҙыусылар Рәзинә Зәйнетдинова һәм Заһиҙә Мусина өсөн шатланабыҙ. Сайтта уларҙың фекерҙәре менән уртаҡлаштыҡ: 

Афарин, Заһиҙә, Рәзинә!
Афарин, Заһиҙә, Рәзинә!

Йәш ҡәләмдәштәребеҙ Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһына Кемел Тоҡаевтың "Билдәһеҙ эҙ" китабын ҡаҙаҡсанан башҡортсаға тәржемә иткәне һәм милли прозаны үҫтереүҙәге өлөшө өсөн лайыҡ булды. Премия быйылғы тәржемә эшегеҙ өсөн генә түгел, ә быға тиклем әҙәбиәт һөйөүселәр күңелен яулаған әҫәрҙәрегеҙгә баһа тип ҡабул иттегеҙме? Башҡорт әҙәбиәтенә йәштәр килә, шуға күрә уның киләсәге ниндәй булыр, тип уйлайһығыҙ? Артабан ниндәй әҫәрҙәр менән ҡыуандырырға ниәтләйһегеҙ?

«Ошо тәржемә эшенә тотонор алдынан "Ҡоҙғон" детектив хикәйәһен башлап ҡына тора инем. Кемел Тоҡаевтың ижады, был жанрҙа эҙмә-эҙлекле эшләй белеүе, миңә ҙур файҙа булды тип әйтә алам. Тәржемә эшен бөткәс, был хикәйәне тамамланым һәм Яҙыусылар Союзы менән "Йәшлек" гәзите ойошторған Н. Мусин исемендәге хикәйәләр конкурсында беренсе урын алдым. Псевдоним менән сығыш яһағас (Мыштымбай исеме менән баҫтырҙым), күптәр автор ир-егет яҙыусы тип уйлағандар. Һуңынан был жанрҙа яҙыуҙы аҙаҡ та дауам иттем. "Йырым ҡалыр..." тигән детектив повесть "Шоңҡар" журналында донъя күрҙе.

Әҙәбиәт бөгөн үҫешә, яңы исемдәр аса, тип ауыҙ тултырып әйтә алам. Сөнки Яҙыусылар Союзы уның өсөн ҙур эштәр башҡара. "Ысын яҙыусы үҙе артынан йәштәрҙе лә эйәртә алырға тейеш", - ти Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов һәм беҙҙе лә эшкә, ҡулға ҡәләм алырға дәртләндереп, алға әйҙәп тора. Был премияны алыуыбыҙҙа уның ярҙамы әйтеп бөткөһөҙ ҙур!

Дөйөм ижадыма ла баһа тип ҡабул итәм һәм Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенә, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар Союзына бының өсөн ҙур рәхмәтемде еткерәм. Повесть һәм хикәйәләремдә күп ваҡыт телде һаҡлауға, милләт булараҡ ер йөҙөндә киләсәктә лә йәшәү өсөн бөгөнгө заманда нимәләр эшләргә тигән һорауҙы геройҙарым менән бергәләп эҙләйбеҙ. Ғөмүмән, минең яҙған сәсмә әҫәрҙәр араһында геройҙарым үткәндәрҙе иҫләп, хәтирәләргә бирелеп ултырмай. Улар бөгөнгө кешеләр. Миҫал өсөн үҫмерҙәр өсөн яҙылған "Упҡынға өс аҙым", "Рәмилә-Рокси" хикәйәләремде алып ҡарайыҡ. Уларҙа ла йәш быуын араһындағы бөгөнгө көндәге проблемаларҙы күтәрергә тырышам. Әлеге ваҡытта йәнә детектив повесть яҙырға тотоноп торам. Аллаһ бирһә!» - тине Рәзинә.

«Был премия ныҡ абруйлы, хатта минең ижадым да ул премия өсөн аҙ тойола, уны мин аванс менән бирелде тип ҡабул итәм. Киләсәктә был исемде аҡлар өсөн эшләргэ лә эшләргә кәрәк.

Әҙәбиәт, һис шикһеҙ, үҫешә. Яҙыусылар союзында йәш яҙыусылар ҡоро барлыҡҡа килде. Уның маҡсаты студент, хатта мәктәп партаһы артында ултырыусылар араһынан ҡәләм тирбәлеүселәрҙе әҙәбиәт ылыҡтырыу. Ә яңы быуын яңыса уйлай, икенсе төрлө фекер йөрөтә, был үҙ сиратында әҙәбиәткә яңы һулыш, яңы төҫтәр индерә.

Әлеге мәлдә мин тәржемә менән булышам. Үҙемдең буласаҡ әҫәрҙәргә фекер туплап йөрөйөм. Яҡын арала балалар, үҫмерҙәр өсөн мажаралы әҫәр яҙырға хыялланам, хатта маҡсат итеп ҡуйҙым», - тип уртаҡлашты Заһиҙә. 

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас