Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Декабрь , 14:39

Рәлис Ураҙғоловтың арабыҙҙан китеүенә бер йыл

Теүәл бер йыл элек ҡәләмдәшебеҙ, күренекле яҙыусы Рәлис Ураҙғолов ҡапыл вафат булып бөтә республика халҡын тетрәндергәйне. Әҙипте тыуған ауылы Иҫке Мусала иҫкә алдылар. 

Рәлис Ураҙғоловтың арабыҙҙан китеүенә бер йыл
Рәлис Ураҙғоловтың арабыҙҙан китеүенә бер йыл

Бөгөн яҙыусының әҙәби мираҫы йәшәй, донъя буйлап тарала, шәп уландары атай рухына тап төшөрмәй, республиканың төрлө өлкәһендә гөрләтеп эшләй. БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Тимерғәле Ураҙғолов кисәлә матур иҫтәлектәре менән уртаҡлашты: 

«Атайһыҙ йәшәгәнгә бер йыл үтте. Һәр ваҡыт беҙгә маяҡ, терәк-таяныс булған, арҡа терәр кешебеҙҙе юғалтыуыбыҙға бер йыл. Атайымдың вафат булған көнөндә төрлө тарафтан кешеләрҙән ярҙам һәм ҡайғы уртаҡлашыу хәбәрҙәре алдым. Тап шул саҡта уның ниндәй икәнен — кәрәкле, хөрмәтле, күптәр өсөн ысын мәғәнәһендә әһәмиәтле кеше икәнен аңланым. Бер йыл үтте, әммә юғалтыу тойғоһо ла китмәне. Көн һайын уның аҡыллы кәңәштәрен, көслө атай елкәһен, беҙгә һәр ваҡыт ныҡышмалылыҡ күрһәтергә, артабан йәшәргә ярҙам иткән тыныс һүҙҙәрен һағынам. Атайым күп балалы ғаилә башлығы ғына түгел ине. Тыуған ауылынан, республиканан ситтә ихтирам ҡаҙанған журналист та, яҙыусы ла, үҙ һүҙендә ныҡлы торған кеше лә ине ул. Ә быйыл дуҫтарының ярҙамы менән Бөйөк Ватан һуғышының легендар геройы Муса гәрәев хаҡында яҙылып бөтмәгән романы донъя күреүе бигерәк тә ҡәҙерле. Был уның юлының, тауышының, эшенең дауамы. Бөгөн тағы ла бер тапҡыр ышандым: кешенең эштәре, хеҙмәттәре, мираҫы хаҡында иҫкә алалар икән, тимәк, уның хәтере йәшәй. Ошо кисә өсөн ауылдаштарыбыҙға ҙур рәхмәт. Атайымды иҫкә алған, уның иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлаған һәр кемгә рәхмәт. Был беҙҙең ғаилә өсөн баһалап бөткөһөҙ».

Рәлис Ураҙғоловтың арабыҙҙан китеүенә бер йыл
Рәлис Ураҙғоловтың арабыҙҙан китеүенә бер йыл
Рәлис Ураҙғоловтың арабыҙҙан китеүенә бер йыл
Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас