Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Декабрь , 14:49

Ҡайғылы хәбәр

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Муллайән Сөйәрғолов вафат. 

Ҡайғылы хәбәр
Ҡайғылы хәбәр

Уға 91 йәш ине.

 

Муллайән (Мулаян) Зыяитдин улы Һөйәрғолов 1934 йылдың 21 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған. 1959 йылда Рәсәй дәүләт театр сәнғәте институтын (педагогтары Борис Бибиков, Ольга Ивановна Пыжова) тамамлай. Шул уҡ йылдың 17 сентябрынан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй башлай. Амплуаһы — комик герой.

 

Проня ролендә тәү башлап сығыш яһай (Н. Ф. Погодиндың «Третья патетическая» пьесаһы буйынса «Ильич ғүмере» — «Жизнь Ильича» спектакле; 1959). Ролдәре: Муҡай («Еҙнәкәй» — «Зятёк», Хәбибулла Ибраһимов), Сәлим («Башмағым»), Шәрифйән («Тиле йәшлек» — «Озорная молодость» Ибраһим Абдуллин), Ябағаев («Айгөл иле»), Хөснулла («Аҫылйәр» — «Возлюбленная» М. Фәйзи), Бәҙретдин («Көнләш, Америка, көнләш!» — «Завидуй, Америка, завидуй!», С. Я. Латыпов һәм Х. Г. Фәтихова), Терешко («Трибунал», Андрей Егорович Макаёнок]).

Мамед «Сарсау» (1960 йыл, Одесса киностудияһы);

 

  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972)
  • СССР халыҡтарының театр сәнғәте драматургияһы Бөтә Рәсәй фестивале дипломанты (Мәскәү, 1972)

Мәрхүмдең ғаиләһенең, яҡындарының, коллегаларының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

 

Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/agidel_rb/

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас