Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда XXIV Башҡортостан Журналистары союзы үтте. Унда республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
«Башҡортостандың медиатармағы — ҙур, көслө профессионалдар командаһы. Дәүләт киң мәғлүмәт сараларында ғына 2500-ҙән ашыу кеше эшләй. Республика үҙенең телевидение һәм радиоканалдары, яҡшы үҫешкән муниципаль телевидение студиялары селтәре, алты телдә доня күргән 146 баҫма менән билдәле. Электрон киң мәғлүмәт саралары әүҙем үҫешә. Һәм улар барыһы ла мөһим социаль миссияны үтәй: дәүләт менән йәмғиәт араһындағы аралашыуҙы яҡшырта, үҙ-ара аңлашыуҙы арттыра, ышаныс мөхитен булдыра, кешеләрҙе ялғандан һәм алдашыуҙан һаҡлай», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Союз рәйесе итеп йәнә Вәдүт Исхаҡов һайланды. Уның кандидатураһын союз ағзалары бер тауыштан хупланы.
Шулай уҡ йыйында Башҡортостандан махсус хәрби операция зонаһында эшләгән журналистарға «Хәрби хәбәрсе» таныҡлыҡтары тапшырылды.
«Башинформ» фотохәбәрсеһе Олег Яровиков фотолары.