Награда бөгөн Өфөлә Ейәнсура районының яҡташтар осрашыуында ҡәләмдәшебеҙҙең тормош иптәшенә тапшырылды. Яугир-яҙыусының Әсәһе Гөлшат апай «МХО яугире әсәһе» исемле миҙал менән бүләкләнде.
Яҙыусының исемен мәңгеләштереүгә арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Һүҙ әҙиптең «Ҡара этап» романы хаҡында һүҙ барҙы, киләсәктә ул рус телендә донъя күрәсәк, шулай уҡ әҫәр буйынса спектакль ҡуйыу күҙаллана.
Билдәле яҙыусы Сабит Фазлыев 2024 йылда махсус хәрби операцияла һәләк булды. Батыр ҡәләмдәшебеҙ иҫтәлегенә быйыл уның тыуған ауылы Үтәғолда таҡтаташ асылды.
-----------------------------------------------------------------------------------
Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ - https://max.ru/agidel_rb/AZrqd39wNnA.