Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Декабрь , 14:52

Хөрмәтле дуҫтар, «Башҡортостандың иң яҡшы әҙәби ойошмаһы» конкурсы тамам!

Конкурс әҙәби ойошмаларҙы барлау, интернетта иң әүҙем эшләгән һәм ижады менән таныштырып барған берекмәләрҙе асыҡлау маҡсатында үткәрелде.

Хөрмәтле дуҫтар, «Башҡортостандың иң яҡшы әҙәби ойошмаһы» конкурсы тамам!
Хөрмәтле дуҫтар, «Башҡортостандың иң яҡшы әҙәби ойошмаһы» конкурсы тамам!

Унда республиканың һәр район-ҡалаһынан тиерлек ижадсылар ҡатнашты. «Ағиҙел» журналы еңеүселәрҙе «Башредактор» нәшриәте менән берлектә билдәләне. Конкурстың бүләкләү тантанаһы йыл аҙағында Башҡортостан Яҙыусылар союзының яңыртылған бинаһында үтә.

Интернет-һораулама иң әүҙем тип табылған ойошмаға — «Башредактор» нәшриәтендә 100 битлек китап сығарыуға сертификат тапшырыласаҡ. Шиғырҙар йә сәсмә әҫәрҙәрҙән торған йыйынтыҡтың тиражы — 50 дананан башлана.

Шулай итеп, еңеүселәр: 1-се урын — Ғафури районының «Мағаш тауышы» әҙәби берекмәһе, 2-се урын — Ҡырмыҫҡалы районының «Илһам» әҙәби берекмәһе, 3-сө урын — Дәүләкән районының «Дим» әҙәби берекмәһе.

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: