Беларусь республикаһының Милли китапханаһында йәш яҙыусылар өсөн үткәрелгән «Дуҫлыҡ күпере» конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Еңеүселәр араһында - БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Заһиҙә Мусина ла бар ине.
Йәш ҡәләмдәшебеҙ «Аҙна көнө» хикәйәһе менән ун еңеүсе иҫәбенә ингән. Заһиҙәнең әҫәре белорус теленә тәржемә ителгән һәм альманахта донъя күргән. Быға тиклем уның «Килен» повесын әҙәбиәт донъяһында киң танылыу яулайғайны. 2023 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында повесть буйынса спектакль ҡуйылды.
Әле Заһиҙә Мусина Рәзинә Урманшина менән бергә Кемель Тоҡаевтың «Серле эҙ»ен тәржемә итеүе өсөн Шәйхзада Бабич исемендәге премияға тәҡдим ителде.