Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ноябрь , 09:59

Конкурста ҡатнашыусылар менән таныштырыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ

Әлшәй яҙыусылары һәм шағирҙары «Лира» әҙәби клубына тупланып ижад итә.

Конкурста ҡатнашыусылар менән таныштырыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ
Конкурста ҡатнашыусылар менән таныштырыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ

«Лира» әҙәби клубы 2021 йыл Әлшәй районының Гөлфиә Юнысова исемендәге Әлшәй биләмә-ара үҙәк китапханаһында ойошторолдо. Уның маҡсаты: районыбыҙҙың талантлы шағирҙарын һәм яҙыусыларҙын берләштереү. Осрашыуҙар өс айға бер үткәрелә.

Был ваҡытта Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың юбилей сараларын, шағир-яҙыусыларҙың ижад кисәләрен, арабыҙҙан киткән арҙаҡлы ҡәләмдәштәребеҙҙең хәтер кисәләрен үткәрҙек.  

Күркәм осрашыу кисәләре һүҙ оҫталарына ижади һәм рухи үҫешенә булышлыҡ итә. Клубтағы ҡатнашыусылар интернет селтәрҙәрендә ижад емештәре менән таныштырып бара. Әлеге клубта 23 кеше шөғөлләнә. Улар ижадсылар ғына түгел, башҡорт теле һәм рухиәте һаҡсылары.

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: