Элек-электән Дүртөйлө халҡы моңо, һүҙ оҫтары менән айырып торған. Бөгөн дә әҙәбиәткә, йыр-моңға ғашиҡ кешеләр йәшәй бында. Ҙур яҙыусыларыбыҙ, әҙиптәребеҙ ижады менән илһамланып, әҙәбиәттә, шиғриәттә үҙ һуҡмағын табырға ынтылыусы ҡәләм оҫталары әле лә аҙ түгел арабыҙҙа. Бөгөн улар Дүртөйлө ҡала китапханаһында оҙаҡ йылдар уңышлы эшләп килгән «Тулҡын» әҙәби берекмәһе ҡанаты аҫтында ижад итә. Ойошманың төп маҡсаты – үҫе килгән быуында әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү, халҡыбыҙҙың шанлы һәм данлы тарихына ихтирам тәрбиәләү, шиғриәт тигән иң мөҡәддәс хис-тойғоларҙы уҡыусыларға еткереү.
«Тулҡын» әҙәби ойошмаһы 1988 йылдың 25 ноябрендә Дүртөйлө районының зыялы шәхестәре Әнәс Ҡабилов һәм Мәрфүғә Әмирова тырышлығы менән ойошторола һәм райондағы ижади көстәрҙе берләштереп, әүҙемләштереп ебәрә. “Тулҡын” клубы ойошҡас, Әнәс Ҡабиловты уның етәксеһе итеп һайлайҙар һәм ул ялҡынланып, дәртләнеп эшләй, ижад итә. Ултырыштар ике аҙнаға, айына бер үткәрелеп тора. Стена гәзиттәре сығарыла, төрлө хеҙмәт ойошмаларында ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыуҙар үткәрелә. Урындағы радионан “Тулҡын” ағзалары сығышы тапшырыла. Район гәзитендә “Тулҡын” бите сығарыла башлай.
Берләшмә 37 йыл дауамында милли әҙәбиәтебеҙҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индерә һәм яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Төрлө йылдарҙа берләшмә етәксеһе булып Рафаил Хафизов, Фәнис Рәхмәтуллин, Зилә Мөхәмәтовалар эшләй. 2022 йылдан әҙәби ойошманы етәкләү Дүртөйлө ҡала китапханаһы етәксеһе Алһыу Әхмәтоваға йөкмәтелә. Бөгөн бында ҡырҡтан ашыу ижадсы берләшкән. 2022 йылда ҡала китапханаһында «Яңы тулҡын» шиғриәт мәктәбе асылды. Унда 30-ҙан ашыу мәктәп уҡыусылары, йәштәр шөғөлләнә. Йәш ҡәләмдәштәребеҙҙең «Дүртөйлө шиғриәтенең яңы тулҡыны» тип аталған китабы ла баҫылып сыҡты. Кем белә, бәлки, киләсәктә улар араһынан бөйөк шағир-яҙыусылар сығыр. Шиғриәт шишмә сылтырап аға икән, тимәк, рух йәшәй, ижад ялҡыны дөрләй тыуған яғыбыҙҙа.
Дүртөйлө районы “Тулҡын” әҙәби берләшмәһе етәксеһе Алһыу Әхмәтова.