Асҡын районының Иҫке Ҡаҙансы ауыл китапханаһында “Моңшишмә “ шиғриәт клубы 2003 йылдан башлап эшләп килә. Клубтың етәксеһе - ауыл китапханасыһы Исламова Гөлфинә Ҡәнифйән ҡыҙы. Клубыбыҙҙың егерме биштән артыҡ ағзаһы бар. Клуб ағзалары булып күпселек, төрлө йәштәге, ябай ауыл кешеләре тора: арабыҙҙа пенсионерҙар, төрлө һөнәр эйәләре, мәктәп уҡыусылары ла бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, егерме өс йыл эшләү дәүерендә бик күп олпат әҙиптәребеҙ беҙгә бай әҙәби ҡомартҡы ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсте. Беҙ уларҙың әҫәрҙәрен, китаптарын күҙ ҡараһылай һаҡлайбыҙ, уҡыйбыҙ, йәш быуынға еткерәбеҙ. Шулай уҡ ауылыбыҙҙа тыуып үҫеп, сит яҡтарға ижад итеп йәшәүсе яҡташтарыбыҙ менән бәйләнештә торабыҙ.
Мәктәптәрҙә осрашыуҙар үткәрәбеҙ, балалар күңелдәренә шиғриәткә һөйөү уятабыҙ. Районыбыҙҙа үткәрелгән әҙәби кисәләрҙә, конкурстарҙа теләп ҡатнашабыҙ. Йыл һайын республикала үткәрелгән «Проба пера» шағир-яҙыусылар бәйгеһендә һынау тотабыҙ. Республикабыҙ баҫмаларында шиғырҙарыбыҙ донъя күрә, «Башҡортостан» гәзите иғлан иткән сарала ҡатнашып ҡайттыҡ.
Әлеге конкурста ла еңеү яуларға иҫәп тотабыҙ. Сөнки беҙҙең клуб ағзаларының иң ҙур хыялы - егерме өс йыл дауамында тупланған ижад емештәребеҙҙе китап итеп баҫтырыу, республика халҡына күрһәтеү.
Гөлфинә Исламова.