Архангел районында 2000 йылдың майынан башҡорт телендә “Инйәр” гәзите донъя күрә. Уның менә бергә “Тулҡын” әҙәби берекмәһе лә эшмәкәрлеген башлай һәм инде 25 йыл дауамында гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ижади емештәре менән ҡыуандыра.
“Тулҡын” әҙәби берекмәһенә үҙебеҙҙең райондан, күрше Ҡырмыҫҡалы, Белорет райондарынан, хатта Хәйбулланан ҡәләм тирбәтеүселәр йыйылған. Йәштәребеҙҙең дә әүҙем яҙышыуы бигерәк ҡыуандыра һәм, әлбиттә, “Тулҡын”дың матур киләсәгенә өмөт бирә. Иң өлкән шағирәбеҙ Роза Ғәббәсова туғыҙынсы тиҫтәгә аяҡ баҫһа, иң йәш сәсәниәбеҙгә — 32 йәш. Роза Ғәббәсова, Нәсимә Юлмөхәмәтова, Гөлира Фәйрүзова, Рәшиҙә Баязитова, Регина Искәндәрова, Раушан Хәзиәхмәтов, Вәсилә Әхтәмова, Альбина Әбсәләмова,Әлмира Юламанова, Ғөбәй Усманов, Зәлифә Фәйзуллина, Таһир Вильданов, Миңниса Мөхәмәтова, Илүзә Кәримова, Зилә Төлкөбәева, Марат Зәйнуллин, Фазилә Андреева, Кифая Фәхретдинова, Дилбәр Яҡупова, Айгүзәл Кәримова, Әлфиә Баймурзина һәм башҡалар бөгөн шиғырҙары, хикәйәләре менән милләттәштәребеҙҙең күңелен арбай.
“Тулҡын” әҙәби берекмәһе ағзалары редакциябыҙҙың көтөп алынған ҡунаҡтары. Беҙ улар менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә. Даими рәүештә бергә тематик түңәрәк өҫтәлдәр, әҙәби кисәләр, китап туйҙары үткәрәбеҙ. Ауыл мәктәптәрендә йәш быуын менән осрашыуҙарға сығабыҙ. Районда уҙғарылған мөһим сараларҙа ҡатнашабыҙ. “Инйәр” гәзитен “Тулҡын”һыҙ, ә “Тулҡын”ды “Инйәр”һеҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Беҙ һәр саҡ бергә булдыҡ һәм бергә ҡаласаҡбыҙ.
Дилара Янбаева. “Инйәр” гәзите.