«Ағиҙел шишмәләре» әҙәби берекмәһе 2011 йылдың апрелендә Ағиҙел үҙәк ҡала китапханаһында булдырыла. Ул күрше Нефтекама ҡалаһы яҙыусылары менән берләшеп, Пермь крайы, Удмурт, Татарстан, Башҡортостан республикаларының «Кама буйы әҙәбиәтселәре» әҙәби берләшмәһе составына инә. Беренсе ижад емештәре «Ағиҙел әҙәбиәтселәре» тигән әҙәби йыйынтыҡта баҫылып сыға.
2013 йылда рус, башҡорт, татар телдәрендә йәнә бер альманах донъя күрҙе. Шулай уҡ Рәмзинә Тимерова, Марсель Булатов, Александр Новиковтарҙың «Сит планета кешеләре менән тәүге осрашыуы», Александр Новиков, Рәфисә Сәлихйәнова, Марсель Булатов, Зәлифә Миңнеәхмәтоваларҙың «Үткән менән киләсәк араһында» тигән уртаҡ йыйынтыҡтары, Рәмзинә Тимерованың Альбина Рәжәп менән берлектә «Ғүмерҙәр балҡышы» исемле китабы баҫылып сыҡты.
2018 йылда альманахтың яңы һаны донъя күрҙе. Был баҫмаға элекке авторҙарҙың яңы әҫәрҙәре инде, шулай уҡ яңы авторҙарҙың ижад емештәре тәҡдим ителде.
Авторҙарҙың ҡәләм оҫталығы йылдан-йыл арта бара. Хәниф Ҡәйүмов 2012 йылда «Өмөт» гәзите гәзите «Көләйек әле бергәләп» конкурсы еңеүсеһе булды. Бөгөн ул ике китап авторы. Үҙнәшер менән «Дауыллы ямғыр» һәм «Ҡоролоҡ бәләһе» китаптарын уҡыусыларға тәҡдит итте.
Ағиҙел әҙәбиәтселәре «Толпар» журналы менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләй. 2017 йылда бер төркөм авторҙарҙың әҫәрҙәре баҫылып сыҡты. Журналда әленән-әле яңы әҫәрҙәр баҫылып тора. Татарстанда сығып килгән «Майҙан» журналы биттәрендә лә беҙҙең авторҙарыбыҙ баҫылып тора.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙан иртә китеүселәр бар. Уларҙың иҫтәлегенә әҙәби кисәләр, осрашыуҙар үткәрәбеҙ. Үҙәк нәшриәттәрҙә донъя күргән күп кенә китаптар авторы, ҡалабыҙ ғорурлығы, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы Юрий Шурупов вафат булды. Уның ижадын мәңгеләштереү маҡсатында ҡалабыҙҙа «Шурупов уҡыуҙары» тип аталған акция иғлан ителде.
Ағиҙел үҙәк ҡала китапханаһы.