Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ноябрь , 21:29

Конкурсҡа илештәр ҡушыла

«Башҡортостандың иң яҡшы әҙәби ойошмаһы» конкурсының йомғаҡлау этабы, иртәгә 21:00 сәғәттә башлана!

Конкурсҡа илештәр ҡушыла
Конкурсҡа илештәр ҡушыла

«Ағиҙел» журналы ойошторған «Башҡортостандың иң яҡшы әҙәби ойошмаһы» конкурсына Илеш районы «Маяҡ» гәзите редакцияһында эшләп килгән «Балҡыш» әҙәби берләшмәһе ҡушыла.

«Маяҡ» гәзите редакцияһы янында төҙөлгән әҙәби берләшмәгә ваҡытында һис юҡҡа «Балҡыш» исеме бирелмәгән. Эйе, был әҙәби берләшмәнең киләсәктә асылташтар кеүек тирә-яҡҡа балҡып тороусы бер әҙәби берләшмә булып балҡырын уйҙа тотоп был исемде һайлап ҡушыуҙарын уйлайһың. Был берләшмә 1980 йылда республикабыҙҙың Ғ. Сәләм исемендәге премияһы лауреаты Ринат Хәйри тарафынан «Ләйсән» исеме аҫтында эш башлай. 2012 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Зәлифә Кашапова тарафынан «Балҡыш» әҙәби берләшмәһе төҙөлә. Әлеге ваҡытта Ринат Хәйри исемендәге «Балҡыш»тың етәксеһе – БР Яҙыусылар, Журналисттар союзы ағзаһы, Суфиян Поварисов исемендәге премия лауреаты, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан ике китап һәм үҙнәшер юлы менән сыҡҡан өс китап авторы Гөлфинә Сәлимова. Бөгөн әҙәби берләшмәнең ун өс әүҙем ағзаһы бар. Аҙбыҙ, ләкин эшләнгән эштәребеҙ бик күп беҙҙең! Район тарихында үҙенең ижади эштәре менән матур эҙен ҡалдырыусы берләшмә булып тора ул. Берләшмә ағзаларының төп маҡсаты «Ижадыбыҙ - халыҡҡа!» девизы аҫтында эшләү. Беҙ ҡайҙа ла халыҡ араһында: мәктәптәрҙә, ауыл мәҙәниәт йорттарында, балалар ижады үҙәктәрендә. Тырышлыҡтары һөҙөмтәһендә әҫәрҙәре, хикәйәләре, шиғырҙары менән район халҡы, китап уҡыусылар араһында ҙур абруй яулаған ижадсылар тупланған был берләшмәгә.

Бөгөн Зәйнәп Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә ике китабын сығарған Мөнәүис Низаметдинов, ете китап авторы Рита Солтанова, алты китап авторы Рәлиф Шәғәлиев, дүрт китап авторы Мәрйәм Шәмсиева, абруйлы «Принт» нәшриәтендә сыҡҡан ике китап авторы Рәзиф Ғәлиев, шулай уҡ ике китап авторы Радик Зыязов һәм үҙ ижады менән халыҡ араһында танылыу алған Радик Мөслихов, Әлфирә Сәйетгәрәева, Фәрәғиә Ғилмеханова-Ибраһимова берләшмәнең төп көсө булып торалар.

Мәрйәм Шәмсиева.

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: