Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ноябрь 2025, 00:11

Өфө урамына Факиһа Туғыҙбаева исемен биреү өсөн тауыш бирәйек!

Баш ҡала хакимиәте Өфөнөң яңы урамдарға исем биреү өсөн тауыш биреү үткәрә. Уларҙың береһенә Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Факиһа Туғыҙбаева исемен биреү тәҡдим ителә.  Халыҡ фекерен һорағандар. Киләһе һылтанма буйынса үтеп теркәлергә һәм тауыш бирергә мөмкин: https://gorodufa.ru/vote/new.php?VOTE_ID=114 

Өфө урамына Факиһа Туғыҙбаева исемен биреү өсөн тауыш бирәйек!
Өфө урамына Факиһа Туғыҙбаева исемен биреү өсөн тауыш бирәйек!

Һорауламаны Өфө хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы үткәрә. Факиһа Туғыҙбаева исемен Ленин районындағы яңы урамға биреү тәҡдим ителә. Ул Йәрминкә урамы һәм яңы проектҡа индерелгән урам араһында урынлашҡан.

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас