Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ноябрь 2025, 23:13

Өфөлә яҙыусы Рәшит Солтангәрәев иҫтәлегенә күргәҙмә асыла

Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы күренекле башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Солтангәрәевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған «Осто бөркөт» күргәҙмәһенә саҡыра (6+).

Өфөлә яҙыусы Рәшит Солтангәрәев иҫтәлегенә күргәҙмә асыла
Өфөлә яҙыусы Рәшит Солтангәрәев иҫтәлегенә күргәҙмә асыла

Күргәҙмә 26 ноябрҙә М.Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында асыла. Унда яҙыусының Милли әҙәбиәт музейы фондында һаҡланған шәхси әйберҙәрен, фотоһүрәттәрен, ҡулъяҙмаларын һәм китаптарын күрергә мөмкин.

Рәшит Солтангәрәевтың милли әҙәбиәт үҫешенә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшөн байҡап, яҙыусының шәхси һәм ижади биографияһынан ҡыҙыҡлы факттар менән танышырға була, тип хәбәр итте ойоштороусылар. Ҡунаҡтар араһында республиканың халыҡ яҙыусылары, әҙәбиәт белгестәре, яҙыусының туғандарының ҡатнашыуы көтөлә.

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас