Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ноябрь , 13:47

Конкурсҡа Ҡырмыҫҡалы районының «Илһам» берекмәһе ҡушыла

Бәрәкәтле Ҡырмыҫҡалы ере әҙәбиәтегеҙгә Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Фәрит Иҫәнғолов, Шәриф Биҡҡол, Ирек Кинйәбулатов, Рәсих Ханнанов, Роберт Байымов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Барый Ноғоманов, Рәшит Низамов кеүек билдәле шәхестәрҙе бүләк иткән. 

Конкурсҡа Ҡырмыҫҡалы районының «Илһам» берекмәһе ҡушыла
Конкурсҡа Ҡырмыҫҡалы районының «Илһам» берекмәһе ҡушыла

Шағир, прозаик, рәссам, Башҡортостан һәм Рәсәй яҙыусылар һәм журналистар союздары ағзаһы Риф Йөҙлөкбай инициативаһы менән барлыҡҡа килгән ойошма 20-25-ләп ижадсыны берләштерә. Ауылдарҙа мәҙәниәт йорттарында ауыл халҡы менән, мәктәптәрҙә уҡыусы балалар менән осрашыуҙар үткәреп, халыҡты әҙәбиәткә ылыҡтырабыҙ, телде үҫтерәбеҙ. Ваҡытлы матбуғатта әҫәрҙәребеҙ донъя күрә, китаптарыбыҙ баҫылып сыға.

Ҡырмыҫҡалы ере электән үк талантлы шәхестәре менән дан алған. Райондан сыҡҡан әҙиптәр һаны менән ул оҙаҡ йылдар республикала беренсе урынды тотһа ла, хәҙер Ғафури районынан ҡала почетлы икенсе урында. Беҙҙең шағирҙарбыҙ, прозаиктарыбыҙ ғына түгел, үҙебеҙҙең тәнҡитселәребеҙ, әҙәбиәт ғилеме белгестәребеҙ ҙә булды һәм бар. Ғайса Хөсәйенов,Тимерғәле Килмөхәмәтов, Роберт Байымовтарҙың эшмәкәрлеген дауам иткән Башҡортостан яҙыусылар һәм журналистар союздары ағзаһы Рим Риф улы Исхаков һәм ғалим-филолог, журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, доцент, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының яҙыусылар һәм журналистар союздары ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Фәнзил Бүләк улы Санъяров һәм башҡалар.

Фирүзә Абдуллина.

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: