Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ноябрь , 20:28

«Сибирский Шолохов» тиҙәр урың хаҡында

Беҙҙең яҡташ, Белорет районы уҙаманы, яҙыусы Нурислам Шәйхуловтың улы Рамаҙан Шәйхулов ҙур премияға лайыҡ булды.

«Сибирский Шолохов» тиҙәр урың хаҡында
«Сибирский Шолохов» тиҙәр урың хаҡында

Ханты-Мансы автономиялы округында әҙәбиәт өлкәһендәге губернатор премияһының 2025 йылғы лауреаттары билдәләнде. Биш автор араһында яҡташыбыҙ, Белорет районы уҙаманы, яҙыусы Нурислам Шәйхуловтың улы Рамаҙан Шәйхулов та бар. Ул «Аҡ дала» романы өсөн «Художестволы проза» номинацияһында еңеүсе тип танылған.

«Аҡ далалар» романында башҡорт ғаиләһенең ХХ быуат башынан 90-сы йылдарға тиклемге тормошо һүрәтләнә.

Тәнҡитселәр был әҫәрҙе хәҙерге заман әҙәбиәтенең иң уҡымлы әҫәрҙәренең береһе тип атаған, ҡайһы берҙәр Михаил Шолоховтың әҫәрҙәре менән сағыштыра.

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: