Күргәҙмәлә төрлө йылдарҙағы эштәр, станоклы композициялары: натюрморттар, пейзаждар, портреттар, биҙәкле паннолар ҡуйылған. Остаздар һәм уҡыусылар төрлө темаларҙы асҡан: Бөйөк Ватан һуғышы, ғаилә, яратҡан ҡалаһы, бала саҡ, тыуған ерҙәренең мәҙәниәте һәм тәбиғәте. Улар төрлө алымдар ҡулланып эшләнгән — акварель, гуашь, пастель, ҡатырғала гравюра, майлы буяуҙар, ҡорама, туҡыма туҡыу һ.б.
Күргәҙмә үҙенең төрлөлөгө, юғары оҫталыҡ кимәле менән айырылып тора. Ижади эштәр менән иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 5-кә тиклем Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 1 адресы буйынса танышырға мөмкин. Инеү бушлай.