Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ноябрь , 16:33

Башҡортостан Башлығының тура бәйләнешенән һуң яугир әсәһенең йортона газ үтәсәк

Белорет районы Боғанаҡ ауылында йәшәүсе Мөслихә Эшонҡолова Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнешкә шылтыратып, өйөнә газ үткәреүҙә ярҙам итеүҙәрен һорағайны.

Башҡортостан Башлығының тура бәйләнешенән һуң яугир әсәһенең йортона газ үтәсәк
Башҡортостан Башлығының тура бәйләнешенән һуң яугир әсәһенең йортона газ үтәсәк

Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов Боғанаҡ ауылында йәшәүсе Мөслихә Эшонҡолованың БР Башлығына мөрәжәғәтен шәхси контролгә алған. Пенсионер Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнешкә шылтыратып, өйөнә газ үткәреүҙә ярҙам итеүҙәрен һорағайны.

Радий Хәбиров, пенсионерҙың борсолоуҙарын тыңлағандан һуң, Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимовҡа был мәсьәләне өйрәнергә ҡушты.

«Азат Салауат улы, зинһар, был хәлде ҡарап сығығыҙ. Иҫегеҙгә төшөрәм, йортҡа тиклем газ үткәреү бушлай. Әгәр ауылда газ юҡ икән, тимәк, беҙгә тикшерергә кәрәк. Биш йорт торған ауылға газ үткәреү мөмкин түгел, быныһы аңлашыла. Шуға күрә, беҙгә был мәсьәләне тикшерергә кәрәк. Ҡатындың ике улы, ейәне МХО-ла хеҙмәт итә», — тине Радий Хәбиров.

Кисә район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов «Газпром газ бүлеү Өфө» ойошмаһы филиалы директоры Эдуард Ғүмеров менән бергә пенсионер менән осрашҡан, уның йортон ҡарап сыҡҡан.

«Бөгөн Мөслихә Ишбулды ҡыҙы «Газпром»ға ҡағыҙҙар тултырырға килә. Барыһы ла ыңғай килеп сыҡһа, Яңы йылға тиклем өйөнә газ үткәрергә ниәтләйбеҙ. Был мәсьәләне күҙ уңынан ысҡындырмаясаҡмын», — тип уртаҡлашты Азат Хәкимов.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-11-13/dom-materi-boytsa-svo-podklyuchat-k-gazu-blagodarya-pryamoy-linii-glavy-bashkirii-4466216

 
Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: