
Көйөргәҙе районы элек – электән туған халҡына, туған теленә, әҙәбиәткә, йырға - моңға ғашиҡ талантлы шәхестәргә бай булған. Төрки донъяһына киң танылған мәғрифәтсе шағирҙар Мәнде Ҡотош менән Шәмсетдин Зәкиҙең исемдәре XIX быуаттан уҡ билдәле. XX быуат башҡорт әҙәбиәтендә Салауат Юлаев премиялары лауреаттары Баязит Бикбай менән Рәшит Солтангәрәев, яҙыусылар Сабир Кинйәкәй, Хөрмәт Бикҡолов, Раиль Байбулатов, Зөбәржәт Йәнбирҙина,Әлмира Биҡолова, Марсель Искәндәрҙең исемдәре сағыу балҡый. Шулай уҡСалауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Ғәлим Хисамов,билдәле шағирәләр Тамара Ғәниева, Миңлегөл Хисамова,Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина,Зөһрә Ҡотлогилдина, шағир Тимер Ниәтшин ижады Көйөргәҙе еренең данын күтәрә.
Бөгөн Күмертау ҡалаһында әҙәби традицияларҙылайыҡлы дауам итеүсе яҙыусылар ойошмаһы эшләп килә. Ойошма рәсми эшмәкәрлеген1984йылда мөхәррир урынбаҫары Салауат Кәримов тарафынан “Ильич юлы” гәзитендә ай һайын сығарылған “Көйөргәҙе моңдары” исемле әҙәби биттән башлана.Уны әҙерләүҙә Мөхәмәт Илбаев,Рәмилә Иҫәнғолова,Әхиәр Шәйәхмәтов,Әҡсән Хәлилов, Һәҙиә Фәтҡуллина, Виталий Леконцевтар әүҙем ҡатнаша. Ултырыштырға Рауил Бикбаев,Кәбир Аҡбаш, Рауил Ниғмәтуллин, Салауат Рәхмәтулла, шулай уҡ күрше ҡала – район ойошмалары саҡырыла. Шулай итеп, Башҡортостандың көньяғында йәшәп, башҡорт,урыҫ, татар, сыуаш телендә ижад иткән иллеләп ҡәләмгирҙән торған ойошма барлыҡҡа килә.
Әммә был төбәктә әҙәбиәткә ынтылыусыларҙы бергә туплап, уларҙың ижад емештәрен уҡыусыларға еткереү өсөн матбуғат биттәрендә доньяға сығарыуҙы ойоштороусы рәсми әҙәби берекмә булмай.Нәҡ ошо осорҙа Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһында эшләүсе яҡташыбыҙ күренекле шағирә Зөбәржәт Йәнбирҙина Күмертауҙа яҙыусылар ойошмаһы булдырыу идеяһы менән янып йөрөй. “Ниңә Күмертауҙа, йәғни көньяҡ регионда яҙыусылар ойошмаһы асмаҫҡа?” – тип борсола ул.Ошо тәҡдим менән Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Рауил Бикбаевҡа керә. Үҙ фекерҙәренә хуплау тапҡас, Күмертау ҡалаһы администрацияһына ашыға.
1996 йылдың 26 авгусында Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районының әҙәби таланттарын берләштергән ойошманың тәүге ултырышы үткәрелә. Зөбәржәт Нәби ҡыҙы ойошманың тәүге етәксеһе була. Ҡалала яҙыусылар ойошмаһы асылыуын әҙәбиәт һөйөүселәр шатлыҡлы ҙур ваҡиға итеп ҡабул итә. 1998 йылда Зөбәржәт Йәнберҙина Кумертау ҡалаһының 45 йыллығына арналған “Һиндә ҡалам, ғәзиз ҡалам” исемле 34 авторҙан торған альманах әҙерләп, республика “Китап” нәшриәтендә баҫтырып сығарғандан һуң урындағы яҙыусыларҙың ижад эштәре тағы ла нығыраҡ йәнләнеп китә.
Утыҙ йылға яҡын эшләү дәүерендә яҙыусылар ойошмаһы ҡалабыҙ юбилейҙарына бағышлап “Һиндә ҡалам, ғәзиз ҡалам”,”Дуҫлыҡта – көс”, “Еремә – йырым”, “Ҡышҡы йәйғор”, “Берҙәмлек”,”Тыуған ер йылыһы”исемле алты йыйынтыҡ сығара.
2005 йылдан 2017 йылға тиклем ойошма Кинйәғәли Абдуллин, ә 2017 йылдан алып Рима Арыҫланова етәкселегендә һөҙөмтәле эшләп килә.Әлеге ваҡытта 32 ағза иҫәпләнә, улар рус, башҡорт, татар телдәрендә ижад итә. Улар араһында киң танылыу тапҡан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзалары Закир Әкбәров, Сулпан Миңлебаева менән бер рәттән Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы, “Күп милләтле Санкт – Петербург” Яҙыусылар союзы ағзалары Тимер Ниәтшин,милли матбуғатта күп йылдар мөхәррир, тәржемәсе булып эшләүсе Хәлиҙә Алтынбаева, Эльфрида Талипова,балалар яҙыусыһы Азат Хәлилов,хикәйәләр оҫтаһы Хәмзә Ишдәүләтов,уҡытыусы- шағирәләр Руша Солтанғолова,Рәмилә Ҡужаҡова, Гөлназ Иждәүләтова, Рима Ибраһимова һәм башҡалар бар.
Күмертау яҙыусылар ойошмаһы башҡа ойошмаларҙан төрлө телдә яҙыусы авторҙары менән айырылып тора. Һуңғы йылдарҙа урыҫ секцияһы бик әүҙем эшләй.Был йылдарҙа Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы, философия фәндәре докторы, профессор, академик, Халыҡ-ара Тәбиғәт Белеме Академияһының Почетлы докторы, "Атҡаҙанған фән һәм мәғариф эшмәкәре" Андрей Арьевич Свириденко,Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, журналист Һәм шағир Геннадий Басов, Күп Милләтле Санкт –Петербург Яҙыусылар Союзы ағзалары Виктор Уразбаев Һәм Владимир Кузин, талантлы рәссамдар Һәм шағирҙар Александр Гаврилов, Владимир Пивоваров, Бәләбәй "Илһам Шишмәләре" фестивале лауреаттары Михаил Шаров, Татьяна Мәсәғүтова, балалар яҙыусыһы Людмила Чепик, «Парус» балалар әҙәби клубы етәксеһе, «Бельские просторы» журналы лауреаты Рима Ғабдинова, Анна Бахтиярова , Андрей Комлев, Сергей Петрушин,Валентина Диких, Валерий Ляпустин һәм башҡалар ҙур теләк менән ижад итә.
Өлгәшкән уңыштарыбыҙ ҙа ярайһы ғына.Әлеге ваҡытта Күмертау яҙыусылар ойошмаһының үҙнәшер менән һәм “Китап” нәшриәтендә сығарылған 120 – нән артыҡ китабы иҫәпләнә. Бәләбәй ҡалаһында төрлө йылдарҙа уҙғарылып килгән «Илһам шишмәләре» исемле шиғриәт фестивалендә ҡатнашып, яҙыусылар ойошмаһының ете ағзаһы төрлө йылдарҙа төрлө номинациялар буйынса лауреат йәки еңеүсе исемен яуланылар. Күмертау ҡалаһы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы, Күмертау ҡалаһы музейы, Шәбәғыштағы Пушкин музейы менән берлектә әҙәби презентациялар, осрашыуҙар, әҙәби уҡыуҙар үтә.
Әгәр ҙә беҙҙең яҙыусылар тыуҙырған әҙәбиәт йәшәйештең илаһилығын асыуҙа ярҙам итә икән, тимәк, төп маҡсатҡа, әҙәп – әхлаҡ, саф һәм сәләмәт асыл тәрбиәләүгә беҙ үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек тигән һүҙ.
Римма Арыҫланова.