Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ноябрь , 20:33

Башҡортостан Башлығы МХО яугирының үтенесе буйынса юлды ремонтларға ҡушты

Красная Горка — Саруа ауылдары араһында юл мотлаҡ буласаҡ, тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы МХО яугирының үтенесе буйынса юлды ремонтларға ҡушты
Башҡортостан Башлығы МХО яугирының үтенесе буйынса юлды ремонтларға ҡушты

Курск сигендә хеҙмәт иткән МХО-ла ҡатнашыусы Айҙар Мирхәйҙәров Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнештә Радий Хәбировтан Нуриман районында юлды ремонтлау хаҡында һорау бирҙе. Уның һүҙҙәренсә, 2017 йылда Красная Горка — Саруа ауылдары араһындағы юл насар хәлдә була. 

Һуңынан юлды тәртипкә килтерәләр, әммә ул йәнә емерелә бара, был проблема ауыл халҡына ҙур уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.  

Төбәк етәксеһе был һорауҙы хәл итергә вәғәҙә бирҙе. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, юл мәсьәләһе тура бәйләнешкә килгән һорауҙарҙың күпселеген тәшкил итә.  

«Электән шулай, халыҡты иң ҡыҙыҡһындырған һорау булып юл мәсьәләһе ҡала. Беҙ был темаға айырым ваҡыт бүлербеҙ. Красная Горка — Саруа ауылдары араһында юл мотлаҡ буласаҡ», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: