Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Ноябрь , 12:53

Конкурсҡа «Иҙел башы» әҙәби ойомшаһы ҡушыла

«Башҡортостандың иң яҡшы әҙәби ойошмаһы»на ғаризалар ҡабул итеү аҙағына яҡынлаша. Конкурсҡа Белорет районынан «Иҙел башы» әҙәби ойомшаһы ҡушылды, етәксеһе - Әлиә Саматова. Бер быуатҡа яҡын тарихы булған берекмә менән сайтта таныштырабыҙ.

Конкурсҡа «Иҙел башы» әҙәби ойомшаһы ҡушыла
Конкурсҡа «Иҙел башы» әҙәби ойомшаһы ҡушыла

Белоретта әҙәби берләшмә 1932 йылдан бирле, “Урал” гәзите “Ҡатай эшсеһе” исеме аҫтында сыҡҡан ваҡыттан алып ойошторолған. Һуңынан “Металл өсөн”, “Сталинсы”, “Ленин юлы” тип аталған хәҙерге “Урал” гәзитендә район-ҡала ҡәләм тирбәтеүселәре тәүге шиғыр, нәҫер, хикәйәләрен баҫтырған. 1934 йылдың йәйендә 2000 тираж менән “Белорет йырҙары” исемле тәүге йыйынтыҡ сыҡҡан. Унда 21 авторҙың шиғыры, хикәйәләре баҫылған. Шулар араһынан талантлы авторҙар -  Ғәҙелша Йыһаншин, Мөжәүир Салауатов, Мөслим Хисаметдинов, Рәүеф Ғәбитов, Әүбәкир Бастанов Фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар. Һуғыштан һуң да әҙәби түңәрәк эшен дауам иткән. Ултырыштар редакция бинаһында уҙған. Тайфур Сәғитов, Яныбай Хамматов, Зөлфәр Хисмәтуллин, Мөхитдин Тажи, Сафуан Әлибай, Нурислам Шәйхулов, Сабир Шәрипов, Әхмәҙин Әфтәх, Дамир Шәрәфетдинов, Гүзәл Ситдиҡова, Нуриман Шаһибәков, Фәриха Вәлиуллина һәм башҡа бик күптәр ошо редакцияла эшләгән һәм төрлө йылдарҙа әҙәби түңәрәк етәкселәре булған. Әҙәби берләшмә ағзалары мәктәптәрҙә, техникумдарҙа, элегерәк малсылар янында йәйләүҙәрҙә сығыш яһағандар. Әүҙем ижадсыларҙың күптәре хәҙер билдәле әҙиптәр сафында.   

1991 йылда Учалы яҙыусылар берләшмәһе барлыҡҡа килгәс, Белореттың “Ағиҙел” әҙәби ойошмаһы унда ҡушылған. Учалы берләшмәһе шулай уҡ Әбйәлил, Бөрйән, Мәсетле, Межгорье ҡала, райондар ижадсыларына йүнәлеш биреүсе әҙәби берекмә булған. Әҙәби осрашыуҙар, күсмә семинарҙар, конференциялар, юбилейҙар, китап исем туйҙары, ҡулъяҙмалар тикшерелеп, нәшриәткә тапшырыуҙар яйға һалынған. Яҙыусы, шағир, музыкант Мәүлит Ямалетдинов, Фәрит Хәсәнов, Эдгар Вилданов, Әҡлимә Сафина һәм башҡалар етәкселегендә берекмә эше гөрләп торған. Был йылдарҙа Белорет ижадсылары менән “Урал “ гәзитенең яуаплы секретары Фәриха Вәлиуллина етәкселек итте. Ай һайын “Гәзит уҡыусылар ижады”, “Әҙәби бит”тәрҙә район-ҡала ҡәләм тирбәтеүселәрҙең шиғырҙары, хикәйәләре, нәҫерҙәре баҫылды. Фәриха Вәлиуллина, Сәғирә Шәрәфетдинова, Раят Вәлиев, Йыһангир Вәлиев, Зөлфирә Сөләймәнова, Әнисә Асылғужина, Лениза Шакирова, Зөһрә Үтәғоловаларҙың тәүге китаптары баҫылып сыҡты.

      2006 йылдан алып берләшмә рәйесе итеп З.Ә.Үтәғолова һайлана. 2015 йылға тиклем ошо вазифала эшләй. Ринат Камал, Буранбай Исҡужин, Әхмәр Үтәбайҙар ҡатнашлығында осрашыуҙар үткәрелә. 2-се отчет-һайлау йыйылышы Абҙаҡ мәҙәниәт йортонда Әсхәл-Әхмәтхужа,Тимерғәле Килмөхәмәтов, Рамаҙан Шәғәлиевтар ҡатнашлығында уҙа.
 Ф. Вәлиуллинаның “Тере дарыу”, Сәғирә Шәрәфитдинованың “Упҡын” йыйынтыҡтары презентациялары Мөхәррәм Сәлимов клубында үтә.
      “Урал” гәзите редакцияһы китап сығарыуҙа ҙур әүҙемлек күрһәтә. Мәнзүрә Абдуллинаның “Тау ҡыҙы”-2002 йылда, Ғилми Сиражетдиновтың “Дауытов һөңгөһө”-2003, “Ҡуҙйылға”-2006 китаптары ошонда корректорлана. Рәйес Хәлиловтың 2011 йылда “Аҡташ-Йәҙгәр буйҙары”исемле иҫтәлектәре баҫыла. Урания, Светлана Вахитоваларҙың “Миҙгелдәр”-2005, Нәилә Әфтәхетдиноваларҙың йыйынтыҡтары нәшер ителә. Вәғиз Мәғизовтың 2000 йылда Өфөлә китабы баҫыла. ”Шәмдәр булып янайыҡ” йыйынтығы “Урал”гәзите редакцияһында 2007 йылда әҙерләп баҫыла. Мәнзүрә Абдуллина (Горбачева) һәм Рәсимә Сәитғәлинаның “Инйәр ҡыҙҙары моңо” китабы 2007 йылда редакцияла корректорлана. “Өлкәр” альманахында, “Аҫылташтар йыйыр саҡ” юбилей йыйынтығында ижадыбыҙ туплана.

     2015 йыл- Әҙәбиәт йылында берләшмәбеҙ Учалы яҙыусылар ойошмаһының бер тармағы булып, “Иҙел башы” исеме аҫтында туплана. Етәксеһе итеп Мансур Яҡшыбай улы Һиҙиәтов тәғәйенләнә. 2018 йылда, яҡташыбыҙ Сабир Шәрипов исемен мәңгеләштереү маҡсатынан, берләшмәгә уның исеме бирелә. Дамир Шәрәфетдинов, Мөнир Ҡунафин, Әхмәр Үтәбаев, Венер Исхаков, Тамара Искәндәриә, Хисмәтулла Юлдашев, Миләүшә Ҡаһарманова, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Ғәҙилә Бүләковалар ҡатнашлығында төрлө семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Ойошма ижадсыларының әҫәрҙәрен туплаған “Иҙел башы-юл башы” исемле альманах баҫтырыла башлай. “Ағиҙел” журналына альтернатив яҙылыу эше әүҙем ойошторола. Республикала журналға иң күп яҙылыусы район булып иҫәпләнәбеҙ. “Ағиҙелгә-100 йыл” акция-конкурстарында әүҙем ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ булдыҡ. “Ағиҙелдән 100 хикәйә” йыйынтығына Мансур Һиҙиәтов, Сәғирә Шәрәфетдинова, Раят Вәлиев, Әлиә Саматоваларҙың хикәйәләре индерелде. С.Шәрипов исемендәге уймаҡ хикәйәләр, “Бөртөкләп алтын йыябыҙ” балалар өсөн ижади конкурстар уҙғарыла.  

     2022 йылдан  берләшмә етәксеһе итеп Әлиә Саматова тәғәйенләнә. Шул йылдан башлап Дамир Шәрәфетдинов исемендәге ижади эштәр республика конкурсы үткәрелә башлай. “Бөртөкләп алтын йыябыҙ” балалар конкурсы ижади эштәре бер йыйынтыҡ булып туплана. 2022 йылда берләшмә ағзаларының әҫәрҙәре “Аҫылташлы Иҙел башы” йыйынтығы булып донъя күрә. 2023-2024 йылдарҙа үҙнәшер менән 16 авторҙың китабы баҫыла. Республика баҫмаларында ҡәләмдәштәрҙең ижады даими баҫылып тора. Башҡортостаныбыҙ тәбиғәтенә экскурсия-походтар ойошторола, унда ҡәләм оҫталары саҡырылып семинарҙар үткәрелә. М.Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр конкурсының республика этабында Әлиә Саматова 3 урын яулаһа, Хәлиҙә Чембарисова Гран-приға лайыҡ булды. “Йәшлек” гәзите уҙғарған “Изге һөнәрле ижадсы”проектында әүҙем ҡатнашып, ижадыбыҙ баҫма биттәрендә донъя күрҙе. Т.Ғарипова призына ойошторолған хикәйәләр конкурсында Әлиә Саматова Гран-при яуланы. Сибайҙа үткән хикәйәләр бәйгеһендә Фәриҙә Мәхмүтова, Әнисә Ғәзизова -еңеүселәр, “Аҡмулла арбаһы”нда Хәлиҙә Бакирова, Ринат Шәйбәковтар еңеүсе булды. Ф.Туғыҙбаева исемендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ижад итеү буйынса Фәйрүзә Кинйәбаева лауреат. Ринат Шәйбәков Д.Шәрәфетдинов конкурсында еңеүсе, Сабит Фазлыев, Ноғман Мусин исемендәге конкурстарҙа ҡатнашыусы, Фәниҙә Исхакованың фантастик әҫәрҙәр конкурсы сиктәрендә хикәйәһе “Ағиҙел” журналында баҫылды. “Башҡортостан ҡыҙы” журналы ойошторған “Әсә йөрәге” бәйгеһендә Мәхмүзә Шәғәлиева, Мөнирә Сәлимйәнова еңеүсе. Шағир һәм үҙешмәкәр композитор Рөстәм Миһранов “Әсә йөрәге” конкурсында 1 урын, “Ватандаш” журналында, “Сәскәле май”, “Ромашкалы бәхет” сараларында автор йыры номинациялары. Дамир Шәрәфетдинов исемендәге конкурста Альбина Хәйретдинова, Альбина Харисова, Зәйтүнә Айытбаева, Рәүфә Айытбаева, Зөлфирә Ғәлиева, Рәсимә Сәйетғәлина, Рәфиға Ғәлиуллина, Сәүиә Солтанова, Сәүиә Закирова лауреаттар һәм номинация еңеүселәре булып танылдылар. Франгил Ғәлиев төрлө сараларға арналған шахмат мәсьәләләре менән “Урал” гәзите уҡыусыларын ҡыуандыра.

     Нурислам Шәйхулов, Нуриман Шаһибәков, Сабир Шәрипов, Фәриха Вәлиуллина, Гөлсөм Мостафина, Мансур Һиҙиәтов, Әлиә Саматова, Ринат Шәйбәков, Сәғирә Шәрәфетдинова– районда проза өлкәһендә тапшырылған  Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаттары. Зөлфирә Сөләймәнова, Зөһрә Үтәғолова, Рәсимә Сәйетғәлина, Мәнзүрә Абдуллина (Горбачева), Фәйрүзә Кинйәбаева, Мөнирә Сәлимйәнова-районда поэзия өлкәһендә тапшырылған “Ағиҙел өҫтөндә йәйғор” премияһы лауреаттары.
      З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә Фәриха Вәлиуллинаның – 4, Сәғирә Шәрәфетдинованың – 2, Зөһрә Үтәғолованың – 2, Зөлфирә Сөләймәнованың-2,  Лениза Ноғоманованың – 1, Фәйрүзә Кинйәбаеваның-2, Мансур Һиҙиәтовтың-2, Раят Вәлиевтың-2, Әлиә Саматованың-1, Ринат Шәйбәковтың-1, Рәсимә Сәлихованың-1, Хәлиҙә Чембарисованың-1 китабы донъя күрҙе.

    Әлеге көндә 29 авторҙың һуңғы йылда ижад ителгән әҫәрҙәренән тупланған “Иҙел башы-йөҙөк ҡашы” исемле йыйынтыҡ “Юлдаш” нәшриәтендә баҫылырға әҙерләнә. Ноябрь урталарына ҡулға алырға өмөтләнәбеҙ.

С. Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” әҙәби-ижад берекмәһе етәксеһе Әлиә Марс ҡыҙы Саматова.

Конкурсҡа «Иҙел башы» әҙәби ойомшаһы ҡушыла
Конкурсҡа «Иҙел башы» әҙәби ойомшаһы ҡушыла
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: