
1 ноябрҙән 8-енә тиклем Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ тарафынан «Ҙур этнографик диктант» тип аталған 10-сы Бөтә Рәсәй мәғариф акцияһын үткәрә.
Ун йыллыҡ юбилей сараһы гражданлыҡ һәм илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүгә, традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе пропагандалауға, тарихты боҙоп күрһәтеүгә ҡаршы көрәшеүгә йүнәлтелгән.
«Ҙур этнографик диктант» – Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә йәшәүселәр өсөн илебеҙҙә йәшәгән халыҡтарҙың йолалары, телдәре, тарихы, мәҙәниәте тураһында белемдәрен тикшереү өсөн шәп мөмкинлек.
Диктант төрлө йәштәге, төрлө һөнәрле, төрлө милләт кешеләрен берләштерә, Рәсәйҙә мәҙәни төрлөлөктөң һәм берҙәмлектең ҡиммәтен һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Сара ике форматта үтә:
- Рәсәй төбәктәрендә махсус ойошторолған майҙансыҡтарҙа, шулай уҡ БДБ илдәрендәге Рәсәй илселектәрендә үтә;
- онлайн – интернетта, акцияның рәсми сайтында үтә, донъяның теләһә ҡайһы мөйөшөнән яҙырға мөмкин.
Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылында диктант яҙыу тарихында тәүге тапҡыр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар видео аша үҙ һорауҙарын бирә.
Рәсми сайтта «Һорау тәҡдим ит» тигән өлөш бар, унда теләгән һәр кем үҙ һорауын ебәрә ала. Иң ижади һәм үҙенсәлекле һорауҙар йомғаҡлау вариантына индереләсәк, ә уларҙың авторҙары иҫтәлекле бүләктәр аласаҡ. Был башланғыс диктантты тағы ла популярыраҡ итеү маҡсатында эшләнә.