
Пьеса реаль хикәйәләргә нигеҙләнгән, реаль герой-прототиптары бар. Спектакль махсус хәрби операция темаһына — Ватанды һаҡлау кеүек ауыр, әммә изге эште үҙ өҫтөнә алған ябай егеттәргә бағышлана, тип хәбәр итәләр «Башинформ»ға театрҙың матбуғат хеҙмәтенән.
Яугирҙәрҙең һөйләгәндәрен автор-журналист хәрби хәрәкәттәр биләмәһенә командировкаға барған ваҡытта яҙып алған. Спектаклдең персонаждары позывнойҙар менән билдәләнгән, барыһы ла – Башҡортостан егеттәре, улар бөгөн дә МХО-ла ҡатнаша.
— Спектакль вербатим жанрында буласаҡ, реаль монологтарҙан һәм диалогтарҙан тора. Был иһә документаль театр, нон-фикшен, — тине театрҙың әҙәби-драматургия бүлеге етәксеһе Гөлнур Усманова. — Спектаклдә яугир ирҙең һәм уның менән күрешеү өсөн фронт һыҙығына килгән ҡатынының реаль тарихы бәйән ителә. Араларындағы меңдәрсә саҡрым уларҙы бер-береһенә тағы ла нығыраҡ яҡынайта.
Спектаклдең режиссеры – Азат Йыһаншин, рәссамы — Полина Емельянова. Төп ролдәрҙә – Айрат Фәтихов, Илгизә Муллабаева һәм Айҙар Хөснөтдинов, Гөлназ Кашапова. Яугирҙәрҙең һөйләгәндәрен Рушат Мөҙәрисов, Фәнил Ғәйзетдинов, Эльмир Хәйертдинов, Альберт Шәйхетдинов, Илшат Салауатов һәм Динар Тимершәйехов яңғырата. Әсә образын Резида Фәхруллина һәм Рәсимә Ғәйфуллина кәүҙәләндерә.
Премьера көнөндә фойела һәм залда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, хәрби рәссам Юрий Сивачевтың «Беҙҙең заман геройҙары» күргәҙмәһе ойошторола. Хәҙерге ваҡытта ул үҙе фронтта, ә уның эштәре Башҡортостандың Милли музейында, Рәсәй сәнғәт академияһы коллекцияһында һәм илдең башҡа музейҙарында урын алған.