Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Октябрь , 21:33

Матур «Әр-Рәхим»!

«Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөшө нисек бара? Был республикабыҙҙа һәр кемде борсоған һорау. 

Матур «Әр-Рәхим»!
Матур «Әр-Рәхим»!

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Әр-Рәхим» мәсетенең яҡтыртыу композицияларын ҡараны. Әлегә өс әҙер композиция күрһәтелде. 

«Беҙ архитекторҙар һәм белгестәр фекерен иҫәпкә алып, коллектив ҡарар ҡабул итәсәкбеҙ. Әммә иң мөһиме, беҙ төҙөлөштө тергеҙҙек. Әгәр ҙә һеҙ минән: «Ҡасан төҙөлөп бөтәсәк?», — тип һораһағыҙ, мин «Хәҙер» тип яуап бирә алмайым. Беҙгә төҙөргә лә төҙөргә. Мәсет күптән тора, беҙ проект документацияһын бер аҙ тикшерҙек, һәм барлыҡ төҙөлөш ҡағиҙәләрен үтәп, барыһын да ентекле эшләйбеҙ, бының өсөн мин Марат Вәсимовҡа рәхмәтлемен, ул ҙур тәжрибәгә эйә. Был бик ҡатмарлы проектта алда тағы ла ҙурыраҡ сығымдар буласаҡ», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Матур «Әр-Рәхим»!
Матур «Әр-Рәхим»!
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: