
Осрашыуҙа подпискам мәсьәләре, гәзит-журналдарҙы үҫтереү мөмкинлектәре һәм юлдары ҡаралды. БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова бер һорауҙы ла яуапһыҙ ҡалдырманы.
«Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән аралашыу күңелгә йәм бирҙе, ышаныс өҫтәне. Шуныһы ҡыуаныслы, министр беҙгә, матбуғатҡа, ҡағылышлы һәр мәсьәләне яҡшы белә, подписка булһынмы, мәҙәниәткә ҡағылышлы журналистик мәҡәләләр, мәсьәләләр, почта хеҙмәте хәсрәттәре, китапханалар хәстәре... - барыһын да күреп, уҡып, ишетеп, танышып йөрөй икән. Өлкәләге проблемаларҙан ҡасмай, кәмселектәрҙе йәшермәй, һәр һорауға асыҡ һәм аныҡ яуаптар бирә. Һоҡландырҙы. Был осрашыуҙан һуң, беҙҙең бәйләнештәр тағы ла нығыр, эштәр тағы ла көйләнер, тип уйлайым», - тип белдерҙе Мөнир Ҡунафин осрашыуҙан һуң.