«Башинформ» агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, был хаҡта мәрхүмдең улы хәбәр иткән.
Ринат Шәмхетдин улы Байымов 1961 йылдың 16 майында Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтында вокал буйынса белем ала. Ул күп сараларҙа йырсы булараҡ сығыш яһай, уның «Башҡортостан» йыры күптәрҙең күңеленә хуш килә. 1998—2003 йылдарҙа Ринат Байымов Башҡорт дәүләт филармонияһы симфоник оркестры солисы булып эшләй. 1991—1992 йылдарҙа «Башҡортостан» киностудияһының тәүге директорҙарының береһе була, ә 2011—2013 йылдарҙа Өфө конгресс-холына етәкселек итә.
Ринат Байымов менән хушлашыу йәкшәмбе, 19 октябрҙә, «Торатау» конгресс-холында үтә.