Рәсих Муллашев Ғафури районындағы «Мағаш тауышы» әҙәби берекмәһе ағзаһы ине.
Ғафури районы Имәндәш ауылы мәктәбе директоры, тарих уҡытыусыһы булып эшләй, ауылдаштарының ихтирамын яулаған ауыл советы депутаты ла ине. Уның һуңғы шиғырҙарының береһен тәҡдим итәбеҙ — «Яугир һүҙе»:
Һуңғы алыш көтә мине, һуңғы алыш.
Тыныслыҡҡа килтереүсе ҙур бәрелеш.
Күкрәгемә һыймайынса ярһый йөрәк:
Шул алышта ҡатнаштыра мине яҙмыш.
Йәшермәйем тормошомда хаталарым
Кәрәгенән артығыраҡ булды минең...
Тик...яңынан үтә алһам ғүмер юлын,
Икеләнмәй шул уҡ юлды уҙыр инем.