Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Октябрь , 10:27

Сибайҙың һуңғы һуғыш ветераны вафат булған

Яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Сибайҙың һуңғы һуғыш ветераны вафат булған
Сибайҙың һуңғы һуғыш ветераны вафат булған

Сибайҙа йәшәгән һуңғы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәмиғә Ырыҫмөхәмәт ҡыҙы Ырыҫбаева мәрхүм булған. Быйыл декабрҙә уға 102 йәш тулыр ине.

Сәмиғә Ырыҫбаева 1942 йылда 18 йәшендә фронтҡа китә. Ул авиамеханик булып хеҙмәт итә, Украинаны, Польшаны һәм Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Германияны еңгән өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән. 

Һуғыштан һуң Сәмиғә Ырыҫмөхәмәт ҡыҙы хәрби заводта тир түгә, һуңыраҡ рудникта юлсы, ташсы булып эшләй.

Фото: Олег Яровиков

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: