Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Октябрь , 16:41

Салауат һәйкәлен һүтә башланылар

Эштәр барышын һәм видеояҙмаһын сайтта ҡарағыҙ.

Салауат һәйкәлен һүтә башланылар
Салауат һәйкәлен һүтә башланылар

Бөгөн реставраторҙар данлыҡлы скульптураны һүтә башланы. Һәйкәлде һаҡ ҡына итеп өлөштәргә бүләләр. Иң тәүҙә батырҙың кәүҙәһен һүтәсәктәр, һуңынан — арғымаҡты, ҡамсыһы, һәр деталь айырым алынасаҡ. 

Реставратор Михаил Татарников һөйләүенсә, был эш яйлап ашыҡмай башҡарылырға тейеш — конструкцияны һаҡлап ҡалыу өсөн һәр болт һәм нығытма тикшерелә.

Һәйкәлде элекке урынына ҡайтарғас, барыһы ла ошондай уҡ тәртиптә йыйыласаҡ, бәлки, хатта шул уҡ беркеткестәр нығытмалар ҡулланылырға мөмкин.

Өфө халҡы һәйкәлде оҙатырға килгән, күптәр уның янынан китмәй реставраторҙарҙың эшен күҙәтә.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: