Олег Закир улы Ханов 1951 йылдың 11 авгусында Башҡорт АССР-ы Архангел районының Ҡыҙғы ауылында актёр ғаиләһендә (атаһы Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Закирйән Ханов) тыуған. 1973 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай һәм үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.
1973—1989 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры булып эшләй.
1989—1993 йылдарҙа Республика йәш тамашасы театрының (хәҙер Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры) художество етәксеһе вазифаһын башҡара. Был йылдарҙа Мәскәүҙәге Аркадий Райкин исемендәге «Сатирикон» дәүләт тетрында ла уйнай.
1983—1999 йылдарҙа Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең (русса ВТО — Всероссийское театральное общество) Башҡортостан бүлексәһе (бөгөн Башҡортостан Республикаһының театр эшмәкәрҙәре союзы) рәйесе була.
2000—2009 йылдарҙа М. Горький исемендәге Ырымбур драма театры актёры, бер үк ваҡытта Ырымбур сәнғәт институты уҡытыусыһы булып эшләй
2009—2012 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт театрының баш режиссёры вазифаһын башҡара.
2012—2019 йылдар — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе. 11 апрелдә Олег Ханов был вазифаһын үҙ теләге менән ҡалдырҙы. Ул республика Мәҙәниәт министрлығының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде. Артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеген театрҙа актёр сифатында дауам итә.
Яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.