Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Сентябрь , 22:13

САБИТ БАТЫР

19 сентябрҙә Ейәнсура районының Үтәғол ауылында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған билдәле башҡорт яҙыусыһы Сабит Мәғәз улы Фазлыевҡа арналған саралар булып уҙҙы. Иң тәүҙә яҙыусы 2015--2023 йылдарҙа хакимиәт башлығы булып эшләгән ауылы хакимиәт йортонда таҡтаташ асылды, һуңынан ауыл мәҙәниәт йортонда батыр яҙыусыға арналған әҙәби-мәҙәни кисә үтте.

САБИТ БАТЫР
САБИТ БАТЫР

Сараларҙа Ейәнсура районы Хакимиәт башлығы Дәмин Юланов, райондың ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, китапханалар хеҙмәткәрҙәре, яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина, "Йәшлек" гәзите хеҙмәткәре Гөлнур Ҡыуатова, яугир яҙыусының әсәһе, ҡатыны, туғандары, ауылдаштары ҡатнашты.

Сабит Фазлыев әҙәбиәткә үҙенең киң билдәле "Ҡара этап" романы менән килеп ингәйне, исеме халҡыбыҙҙың хәтер дәфтәренә аҡ этаптарға тейәлгән хәтирәләр, иҫтәлектәр, уның илебеҙ, халҡыбыҙ, республикабыҙ, тыуған төйәге өсөн өсөн башҡарған изге ғәмәлдәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре менән биҙәлер! Иншаллаһ!

Мин кисәлә ҡәләмдәшем һәм дуҫым Сабит Фазлыевҡа арналған шиғырымды уҡыным.

Баҙлап янған йөрәгеңде
Күтәрҙең дә индең яуға.
"Беҙ һуғышҡа барғанда" тип
Күререңде белдең алдан.
Берҙе уйлап, икенсене
Һөйләмәнең, ғәмәлдәрең
Бермә-бер һәм күтәрмәнең
Ялғанлыҡтың әләмдәрен.
Сикһеҙ ине ихласлығың,
Ҡояш кеүек балҡыр инең.
Хәҡиҡәткә тура ҡарап
Һөйләшерлек батыр инең!
Азатлыҡтың юлы берәү —
Ғүмер менән уны түләү:
Батыр булып яралғандар
Яуға барып, яуҙа үлә.
Исемкәйе киләсәккә
Даны менән сабып ҡайтыр!
Аҡ этапҡа тейәлер ҙә,
Һәйкәл булып, Сабит батыр!

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай.

Автор:Ахмер Утябаев
Читайте нас: