Рита Ришат ҡыҙын мин күптән беләм, студент сағынан. Ул ваҡытта ла хаҡлыҡ өсөн көрәшеп, яңы идеялар менән янып, юҡтан бар табып, Оло инәй ише бар донъяны үҙ эргәһендә әйләндереп, бөтәһен үҙ ялҡыны менән янырға, үҙ тулҡынында йөҙөргә мәжбүр итер ине.
Рита – ихласлыҡ өлгөһө. Ул бер ҡасан да битараф була белмәй. Уйында ла, теләгендә лә, ҡылғанында ла – башҡорттарға ғына хас ихласлыҡ, күңел бөйөклөгө – бар булмышында. Яҡшы ижад емеше күрһә (әҙәбиәттә, сәнғәттә булһынмы, ябай тормош өлгөһөндәме), ул ихлас шатлана, шуны уҡыныңмы, шуны күрҙеңме – мөғжизә бит, ивет, тип бар йөҙө нурланып һөйөнөсөн белдерә, берәй етешһеҙлек, ғәҙелһеҙлек күҙенә салынһа, бар күңеле менән бошона, автоматик рәүештә сисеү юлдарын эҙләй башлай, берәйһе ауыр хәлгә тарыһа, ярҙамға ашыға, ул кеше менән бергә ултырып илап та ебәрә – ул һәр ваҡыт тәбиғи һәм иҫ киткес көслө, позитив. Халҡы өсөн янып йәшәүе, киләсәкте хәстәрләүе лә шунан киләлер ҙә.
Рита ут бит ул. Алдына маҡсат алған икән, өтөлһә – өтөлә, янып өҙөлә, ләкин уйлаған бейеклеген алмай, моратына барып етмәй туҡтамай. Ул креатив һәм уның өсөн сиселмәҫ мәсьәлә, үтә алмаҫ юл юҡ.
Рита – аҡыллы продюсер. Булмышындағы баяғы йылы һәм зирәк УТ күп проекттар уйлап табырға һәм бар халыҡты таң ҡалдырып та, барса ғәмде ҡатнаштырып та шуны тормошҡа ашырырға мәжбүр итә лә. “Ете егет”, “Ҡурай даны”, “Башҡорт йыры”, “Асыҡ әңгәмә”, “Фекерҙәштәр”... Уның бик күп проекттары беҙҙең тормошобоҙға килеп инде лә көндәлек ҡәҙерле һәм изге бер күренеш, ваҡиға булып йәшәй бирә. Ә инде “Байыҡ” проекты Салауат Юлаев премияһына тәҡдим ителеүе дөрөҫ тә. Был бейеү проекты үҙе гигант “завод” кеүек хәтәр итеп эшләп алып китте лә, бар республиканы, хатта сит өлкәләрҙе лә бейетеп алып китте. Зәңгәр экрандарҙа тиҫтә йылдар барған был проектта кемдәр генә бейемәне, кемдәр генә сәпсектән – бөркөткә, өйрәктән аҡҡошҡа әйләнмәне икән.
Был проект халҡыбыҙҙың, республика кешеләренең ни тиклем талантлы икәнен иҫбатлаусы һоҡланғыс күренеш-ваҡиға ла. Уйлаһаң, күптәребеҙ бала саҡтан бейей, ә инде тормош диңгеҙенә сумғас, был яратҡан шөғөл татлы хыял ғына булып ҡала ла юғала. Һәм “Байыҡ” күптәрҙе аяҡҡа баҫтырҙы, татлы хыялдарҙы ысынбарлыҡҡа әйләндерҙе. Улар барыһы ла Ритаға рәхмәтлелер.
Мөнир Ҡунафин, Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы