Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Сентябрь , 10:38

Картуфтың уңышынан зәкәт түләргә кәрәкме?

Сәсеүлектәге уңыштан һәм емеш-йәшелсәнән күпме зәкәт бирергә?

Картуфтың уңышынан зәкәт түләргә кәрәкме?
Картуфтың уңышынан зәкәт түләргә кәрәкме?

Сәсеүлектәге уңыштың һәм емеш-йәшелсәнең зәкәте мөҙҙәт (бер һижри йыл үтеүе) менән бәйле түгел. Киреһенсә, "ураҡ ваҡытында" уҡ, йәғни, уңышты йыйып алған көндәрҙә, зәкәт өлөшө таратыла башларға тейеш.

Шарты:

 Дөйөм зәкәт өсөн мотлаҡ булған ҡайһы бер шарттар сәсеүлектәге уңышҡа һәм емеш-йәшелсәгә ҡағылмай.

Атап әйткәндә:

 Тәклиф шарты юҡ. Йәғни, сәсеүлек-баҡсаларҙың эйәһе хатта бала кеше йәки мәжнүн булһа ла, ундағы уңыштан зәкәт түләнә.

 Етешлек шарты юҡ. Йәғни, сәсеүлек-баҡсаларҙың хужаһы үҙе бөлгөн хәлдә булһа ла, йыйған уңышынан зәкәт бирә.

 Шулай уҡ, хәйриә һәм ваҡыф ерҙәре лә үҙ уңышынан зәкәт сығарырға тейеш.

 Нисабы:

Бында ике төрлө фекер:

 Әбү Хәнифә имамдың һүҙе:

 Сәсеүлектәге уңыш һәм емеш-йәшелсә өсөн нисап шарты юҡ. Йәғни, бәләкәй уңыштан да, ҙур уңыштан да үҙ зәкәте сығарылырға тейеш. Һәм уңыштың ниндәй — тиҙ боҙолоусанмы, оҙаҡ һаҡланыусанмы — булыуы мөһим түгел.

 Әбү Йософ менән Мүхәммәд имамдарҙың һүҙҙәре:

Сәсеүлектәге уңыштың нисабы — биш вәсеҡ (үәсҡ). Биш вәсеҡ — ул 975 кг, йәғни яҡынса бер тонна. Шунан кәм уңыш өсөн зәкәт түләнелмәй.

 Шулай уҡ, артыҡ мәшәҡәтһеҙ бер йыл буйы һаҡлана алғандай һәм ҡойола торған (йәғни, мәҫәлән, биҙрәләргә ҡойоп тултырып булғандай) уңыштан ғына зәкәт бирелә (мәҫәлән, бойҙай, арпа, йөҙөм, финик кеүек аҙыҡтарҙан).

 Йәшелсәнән иһә бөтөнләй зәкәт юҡ. Емештәр өсөн дә — йөҙөм менән финиктан башҡа — зәкәт сығарылмай.

 Мысырҙың Фәтүәләр йорто беренсе фекергә (Әбү Хәнифә имамдың һүҙенә) өҫтөнлөк биргән. ҮәЛлаһу Тәғәлә әғләм.

 Күләме:

Сәсеүлектәр өс төрлө була, төрөнә ҡарап зәкәт күләмдәре лә айырыла:

 Һуғарыу өсөн сығым һәм көс талап итмәгән сәсеүлектәр (мәҫәлән, ямғыр һыуы менән һуғарылған, йә иһә бөтөнләй һуғарылмаған ерҙәр):

 зәкәтенең күләме — уңыштың 10% өлөшө (ғөшөр);

 Берәй махсус әләт (машина), этмә (мотор), йәки хайуандар ярҙамында, йә иһә ҡул көсө менән һуғарылған сәсеүлектәр:

 зәкәтенең күләме — уңыштың 5% өлөшө (ярты ғөшөр);

 Ике ысул менән дә һуғарылған сәсеүлектәр:

 зәкәтенең күләме — ниндәй ысулдың өҫтөнлөк алыуына ҡарап:

1) әгәр күпселек көндәрҙә махсус рәүештә һыу һибелһә (әйтәйек, дүрт ай дауамында үҫкән үҫемлеккә, көнләп һанағанда, ике айҙан ашыу ваҡыт һыу ҡойоп торолһа) — зәкәте 5% (ярты ғөшөр),

2) әгәр күпселек көндәрҙә һыу һибелмәһә (йәғни, үҫемлек, мәҫәлән, шул уҡ дүрт айҙың күпселек көндәрендә үҙ яйына үҫһә) — зәкәте 10% (ғөшөр),

3) әгәр ике ысул да яҡынса тигеҙ булһа — зәкәте 7,5% (5% тигән фекер ҙә бар).

 Өҫтәмә: аҙыҡ үҫтереүҙә сарыф ителгән мөлкәт-сығымдар зәкәт күләменә йоғонто яһамай һәм зәкәтте һанағанда иҫәпкә алынмай.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: