Фестиваль ҡунаҡтары иғтибарына тәҡдим иткән китаптар араһында – балалар яҙыусыһы, сығышы менән Баймаҡтан Тимур Рәхмәтуллиндың «Тылсым эйәләре» тигән сағыу китабы һәм Бөрйән районында тыуып үҫкән Миләүшә Ҡаһарманованың Урал аръяғы халҡының яҙмышы хаҡында бәйән иткән «Бетерә шаршыһы» повестар йыйынтығы, Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй» роман-бестселлеры урын алған.
Әйткәндәй, “Бөйрәкәй” китабы бүләк вариантында ла бар: зауыҡ менән йыйылған комплектҡа китап, француз яулығы һәм ҡурай сәскәһе формаһындағы этно-брошюра һалынған. "Китап" нәшриәте «Башҡорт аты» фестиваленә ошондай йыйылмалар серияһын, шул иҫәптән башҡорт түшелдереге рәүешендәге сувенирҙар алып килде.
Ҡунаҡтар «Китап» сатырында Мәхмүт Сәлимовтың «Башҡорт аты» китабы менән таныша ала. Баҫма «Башҡорт аты – 2024» фестивале айҡанлы донъя күргәйне. Уникаль йыйынтыҡта башҡорт аты тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, риүәйәттәр һәм хикәйәләр тупланған. Автор башҡорттарҙа ат культын билдәләй, традицион ҡымыҙ эсемлегенә, ерле халыҡтың көнкүреше һәм йолаларына иғтибар бүлә.
Бынан тыш, “Башҡорт аты” фестиваленә “Китап” нәшриәте урыҫ телендә донъя күргән «Музы не молчат. Башкортостан. 2022-2025» тигән фундаменталь йыйынтығын алып килде. Унда рәссамдар, шағирҙар, музыканттар һәм фотографтарҙың хәрби хәрәкәттәр зонаһына йәки гуманитар сәйәхәт һөҙөмтәләре нигеҙендә ижад ителгән әҫәрҙәре туплаған. Был баҫма магазинда бер нисә көн элек кенә һатыуға сығарылған. Ә уның тәүге даналары яңыраҡ Өфөлә үткән Армия мәҙәниәте көндәренең абруйлы ҡунаҡтарына тапшырылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн, 6 сентябрҙә, Баймаҡ районының Граф күле янында IV «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт аты фестивале башланды. Бөтә экспозициялар, әүҙемлек һәм конкурстар ошо темаға арналған.