Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Сентябрь , 13:58

Башҡорт аты тураһында фильм төшөргәндәр

«Башҡорт аты» фестивале сиктәрендә «Башҡорт аты — Башҡортостан бренды» документаль фильмының презентацияһы үтәсәк.

Башҡорт аты тураһында фильм төшөргәндәр
Башҡорт аты тураһында фильм төшөргәндәр

5-6 сентябрҙә Баймаҡ районының Граф күле буйында «Башҡорт аты» этно-мәҙәни фестивале уҙғарыласаҡ.

Программала һыбайлыларҙың сығыштары, концерт, халыҡ уйындары, һөнәрҙәр йәрминкәһе һәм оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеләсәк. Фестиваль барышында «Башҡорт аты – Башҡортостан бренды» документаль фильмының промо-ролигы тәҡдим ителәсәк.

Проект Башҡортостан Республикаһы башлығы гранттары ярҙамында тормошҡа ашырылды һәм Башҡортостандың йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү, халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелде.

Фильм шулай уҡ башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыуға, Федераль һәм халыҡ-ара кимәлдә «Башҡорт аты» брендын үҫтереүгә булышлыҡ итә. Фильмды республиканың төрлө райондарында, шул иҫәптән Баймаҡ районында төшөрөлә, унда йылҡысылыҡ традициялары айырыуса һаҡланып ҡалған.

Тыуған яҡ матурлығы, билдәле башҡорт аты һәм башҡорт теле шулай уҡ фильмдың “геройҙары”на әүерелде. Был региондың туристик мөмкинлеген үҫтереүгә һәм башҡорт мәҙәниәтен сит илдәрҙә популярлаштырыуға булышлыҡ итә.

Фильмға ҙур әһәмиәтте уның геройҙары өҫтәй. Улар араһында ысын ҡымыҙ әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашҡан «Ирәндек» этно-турының ҡымыҙ бешеүсеһе Айһылыу Фәйзуллина, ат спорты менән яҡындан таныштырыусы Рәсих Юртбаков, ат спортын үҫтереүгә индергән өлөшө хаҡында Алмаз Шугуров бар.

Фильмды төшөрөүҙә шулай уҡ йылҡысылар, ғалимдар, ҡымыҙ эшләүселәр, тире оҫталары, ат ярыштары спортсылары ҡатнашты. Документаль фильм тамашасыларҙы үҙенсәлекле башҡорт аты менән таныштырыуҙан тыш, профилле уҡыу йорттары студенттары, йәш белгестәр, йылҡысылыҡ һәм башҡорт йолалары менән ҡыҙыҡһынған һәр кем өсөн дидактик материалға әүерелергә тейеш.

Фестиваль ҡунаҡтары фильмдың тәүге кадрҙарын һәм уның авторҙарының маҡсаттары менән яҡынданыраҡ таныша аласаҡ.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: