Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Сентябрь , 17:12

Гәзит-журналдарға 2026 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыу башланды!

Республика һәм район баҫмаларына почта бүлексәләре йәки онлайн рәүештә яҙылып була.

Гәзит-журналдарға 2026 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыу башланды!
Гәзит-журналдарға 2026 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыу башланды!

Республика һәм район баҫмаларына почта бүлексәләре йәки онлайн рәүештә яҙылып була. Бының өсөн rbsmi.ru сайтына инеп, “Подписка” бүлегендә кәрәкле гәзит йәки журналды һайларға кәрәк. Тейешле “төймә”гә баҫҡас, баҫма йәки электрон форматты һайлау мөмкинселеге бирелә, аҙаҡ баҫма кәрзингә китә. Кәрзингә күскәс, яҙылып бөтөргә бер генә аҙым ҡала.

Иң әүҙем яҙылыусыларҙы бүләк көтә: 1-11 октябрь һәм 3-13 декабрь арауығында “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто Рәсәй почтаһы менән берлектә декадалы ташламалар тәҡдим итә. Тап ошо көндәрҙә яратҡан республика һәм район баҫмаларына осһоҙ хаҡҡа яҙылырға мөмкин.

Бүләктәр бының менән генә бөтмәй әле: бар яҙылыусылар ҙа, Башҡортостандың ниндәй генә төбәгендә йәшәһәләр ҙә, бүләктәр уйнатыуҙа ҡатнаша ала. Бының өсөн бер юлы ике баҫмаға яҙылып, йәшәгән адресығыҙҙы, бәйләнеш өсөн телефонығыҙҙы күрһәтеп, квитанцияны беркетеп 450079, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13, АО ИД «Республика Башкортостан», каб.212 адресы буйынса почта аша йәки «Подпишись и выиграй» билдәһе менән podpiska@rbsmi.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Хаттар 2026 йылдың ғинуарына тиклем ҡабул ителә.

 

 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: