ХХ быуаттың 90-сы йылдарында Рәсәй Федерацияһының китап сығарыу, уны уҡыу һәм әҙәбиәтте үҫтереү маҡсатында комитет барлыҡҡа килде. Уның рәйесе итеп С. Е. Нарышкин һайланһа, Рәсәй халыҡтары әҙәбиәтен һаҡлау һәм үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған программа советына илебеҙҙең 22 республикаһынан, 11 өлкә һәм округынан да ағзалар тупланды. Башҡорт редакцияһын филология фәндәре кандидаты, доцент, Башҡортостан Милли әҙәбиәт музейы директоры Зәки Әлибаев етәкләй.
Шиғриәт, проза, драматургия, балалар әҙәбиәте, халыҡ ижады буйынса жанрҙарға бүленгән айырым баҫмалар донъя күрҙе, ә 2025 йылда Мәскәүҙә “Төрөк һәм монгол халыҡтарының шиғриәте һәм прозаһы” антологияһы ташҡа баҫылды. Унда 18 телдә ижад иткән әҙиптәрҙең әҫәрҙәре йыйылған. Был күп телле китап “Рәсәй халыҡтарының хәҙерге әҙәбиәте” серияһы сиктәрендә бойомға ашырылған. Һәр әҫәрҙең дә рус теленә тәржемәһе бар.
Башҡорт әҙәбиәтенән йыйынтыҡта Гүзәл Ситдиҡова, Әмир Әминев, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Фәрзәнә Аҡбулатова, Рәлис Ураҙғолов, Зөлфиә Ханнанова, Миңзәлә Шөғәйепова, Салауат Әбүзәр, Фәнил Бүләков, Гөлнара Хәлфетдинованың ижады баҫылды.