Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Август , 17:37

Өфөлә бөгөн Армия мәҙәниәте көндәре тамамлана

Ниндәй саралар күҙалланған? 

Өфөлә бөгөн Армия мәҙәниәте көндәре тамамлана
Өфөлә бөгөн Армия мәҙәниәте көндәре тамамлана

Рус дәүләт академия драма театрында Мостай Кәримдең “Ярлыҡау” повесы буйынса сәхнәләштерелгән “Луна и листопад” спектаклен күрһәтәсәктәр. Тамашаға МХО яугирҙары һәм уларҙың ғаиләләре саҡырылған.

Фестивалдең мәртәбәле ҡунаҡтары: рәссамдар Юрий Сивачев менән Андрей Дареев оҫталыҡ дәрестәре уҙғарасаҡ. Улар һуғыш хәрәкәттәре ветеранының портретын төшөргән саҡта һынлы сәнғәт нескәлектәре хаҡында һөйләйәсәк.

Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнө уңайынан уның һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы уҙа.

Совет майҙанында 18 сәғәттә “Геройҙар дәүере” асыҡ патриотик йырҙар конкурсының финалы һәм еңеүселәрҙе тәбрикләү уҙа. Тамашасыларҙы конкурс ҡатнашыусылары, Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада-джаз оркестры, ижади коллективтар һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Ольга Кормухина ҡатнашлығындағы концерт көтә.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: