Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Август , 17:21

Үҙ-ара ижади хеҙмәттәшлек

Нестеров исемендәге Башҡорт һынлы сәнғәт музейы Греков исемендәге хәрби рәссамдар студияһы менән хеҙмәттәшлек хаҡында килешеү төҙөнө.

Үҙ-ара ижади хеҙмәттәшлек
Үҙ-ара ижади хеҙмәттәшлек

Был ваҡиға Өфөләге Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә уҙыуы менән әһәмиәтле. РФ Оборона министрлығының Мәҙәниәт департаменты етәксеһе Ольга Фаллер билдәләүенсә, ике ойошма араһында был килешеүҙән һуң тығыҙ хеҙмәттәшлек ебе һуҙыласаҡ.

“Ошо була ла инде әрме, мәҙәниәт, берҙәмлек”, - тине ул.

Нестеров исемендәге һынлы сәнғәт музейы директоры Айрат Тереғолов иһә грековецтар менән уртаҡ эш яңы проекттар булдырыуға булышлыҡ итәсәк.

Тап Нестеров музейында Армия мәҙәниәте көндәрендә Греков исемендәге хәрби рәссамдар студияһы ағзаларының әҫәрҙәренән торған “Рәсәйҙе яңынан бергәләп асабыҙ!” исемле күргәҙмә эшләне.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: