Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Август , 15:23

Тыуған ил алдындағы бурыс, батырлыҡ, тыныслыҡ тураһындағы спектакль

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының яңы миҙгеле Мөнир Ҡунафиндың “Бер ғүмер етмәй икән” спектакленең русса премьераһы менән асылды.

Тыуған ил алдындағы бурыс, батырлыҡ, тыныслыҡ тураһындағы спектакль
Тыуған ил алдындағы бурыс, батырлыҡ, тыныслыҡ тураһындағы спектакль

Был осраҡлы түгел: тап ошо көндәрҙә Өфөнө Армия мәҙәниәте көндәре гөрләтә.

“Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, драматург Мөнир Ҡунафиндың әҫәрен сәхнәгә Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов сығарҙы. Спектакль үткән миҙгелдә үк башҡорт телендә ҡуйылып, тамашасы күңелен яулап өлгөргәйне, уның рус телендә уйналыуы драматик поэманың офоҡтарын киңәйтте.

“Тыуған ил алдындағы бурыс, батырлыҡ, тыныслыҡ тураһындағы спектакль яңы миҙгел алдында юғары кимәл ҡуйҙы”, - тип яҙалар киң мәғлүмәт сараларында был ваҡиға хаҡында.

Тамашасыларҙың спектаклдән һуң бүлешкән тәьҫораттарына ҡолаҡ һалғанда, улар барыһы ла сәхнә әҫәренең йөрәктәргә үтеп инеүе хаҡында һөйләй.

“Бөгөнгөнө ҡәҙерләү һәм бер нәмәгә лә ҡарамаҫтан, үҙеңдең инаныуҙарыңа тоғро ҡалырға кәрәк – бына нимәне иҫләтте спектакль”, - ти улар.

 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: