Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Август , 17:48

“Һәр береһе үҙ фронтында эшләй”

Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Өфөлә военкорҙар һәм МХО темаһын яҡтыртҡан журналистар менән түңәрәк өҫтәл уҙҙы.

“Һәр береһе үҙ фронтында эшләй”
“Һәр береһе үҙ фронтында эшләй”

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараһы агентлығы Максим Ульчев улар хаҡында тик ғорурлыҡ менән телгә алабыҙ, тип белдерҙе.

“Махсус хәрби операция башланыуға беҙ ҙур медиамөхит булараҡ ойошҡан инек. Был шарттарҙа дөрөҫлөктөң кәрәк һәм ҡәҙерле булыуын барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Журналистар үҙ теләге менән шул дөрөҫлөк артынан алғы һыҙыҡҡа юлланды. Күп яҡташтарыбыҙ әлеге ваҡытта Тыуған илебеҙ һағында. Беҙгә уларҙың ниндәй йүнәлештә булыуҙары, нисек хеҙмәт итеүҙәре, нимә уйлауҙары, нимә күреүҙәре мөһим. Һәм ошо юҫыҡ буйынса ижади, һөнәри, батырлыҡ талап иткән эш тап журналистарыбыҙ тарафынан башҡарыла. Был эш арҡылы беҙ яугирҙарыбыҙ, уларҙың батырлыҡтары хаҡында хәбәрҙарбыҙ”, - тине ул. Шулай уҡ Максим Ульчев был йәһәттән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың айырым иғтибарын да билдәләп үтте. Тап уның башланғысы менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан хәрби журналистар хаҡында закон булдырылды. Рәсәй Журналистар союзы Владимир Соловьев билдәләүенсә, был закон беренсе булып Башҡортостанда ҡабул ителгән.

Военкорҙар менән осрашыуҙың мәртәбәле ҡунағы – “Звезда” телеканалы алып барыусыһы Ирина Лосик. Ул был төр һөнәр эйәләренең оло әһәмиәткә эйә булғанын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

"Беҙ алғы һыҙыҡта. Һәр береһе үҙ фронтында эшләй. Мәғлүмәти һуғыш көндән-көн аҙа бара. Бер-беребеҙ менән хәбәрләшеү арҡылы беҙ сиктәрҙе лә, әхлаҡты ла, принциптарҙы ла белмәгән мәкерле дошманға ҡаршы тора алабыҙ", - тине ул.

Махсус хәрби операция башланғас та, Башҡортостанда һуғыш биләмәһенә командировкаларға юллана торған махсус журналистар ойошмаһы барлыҡҡа килде. Унда 34 хеҙмәттәшебеҙ бар. Шулай уҡ журналистар араһыда МХО-ға ҡорал тотоп яуға киткән журналистар ҙа байтаҡ. Военкорҙарҙың төп эше – дөрөҫ мәғлүмәт еткереү.

Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы тарафынан “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” журналистар премияһы ла булдырылды. Ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған военкорҙарға Шайморатов исемендәге ордендар һәм миҙалдар тапшырыла. Бөгөнгө көндә МХО биләмәһендә дүрт корреспондент эшләй.

 

 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: