Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Август , 15:51

"Беҙ уларҙы һөйләйбеҙ, иҫкә алабыҙ икән, тимәк, улар беҙҙең эргәлә"

Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Өфөнөң Совет майҙанында йырсы Рәмил Бәҙәмшин үҙенең "Йәшә, герой!"тигән йырын халыҡҡа тәҡдим итәсәк.

"Беҙ уларҙы һөйләйбеҙ, иҫкә алабыҙ икән, тимәк, улар беҙҙең эргәлә"
"Беҙ уларҙы һөйләйбеҙ, иҫкә алабыҙ икән, тимәк, улар беҙҙең эргәлә"

- Илебеҙҙә һуғышта яҡындары, таныштары һәм дуҫтары булмаған кешеләр ҡалмағандыр, моғайын. Миңә килгәндә, унда минең ҡустым. Өс йылдан ашыу барған махсус хәрби операция миңә бик күп яҡын кешеләр бүләк итте. Мин уларҙы туғандарым һымаҡ күрәм. Һәм был буш һүҙ түгел. Һәр йырҙа (10-дан ашыу йыр яҙылған) тәғәйен яугир яҙмышы тураһында һүҙ бара. Һәр йыр яугирҙарҙың батырлығы менән һуғарылған, - тип һөйләй ул.

Рәмил Бадамшин билдәләүенсә, һәр кем үҙенсә енеүгә өлөш индерә:

- Артист һәм сәйәсәт, йәмәғәт эшмәкәре булараҡ кешегә файҙа килтерәм икән, тимәк, мин үҙ майҙанымда көрәшәсәкмен. Ҡулдарыма автомат алырға ла ваҡыт етер, ә мин хәрби бурыслы, яугирҙар сафына ла баҫырмын.

Уның һүҙҙәренсә, артист яугирҙар менән ял итергә ҡайтҡанда даими осраша:

- Тәүҙә аралашабыҙ, һуңынан уларҙың ихтыяждарын, нимә килтерергә, нимә менән ярҙам итергә кәрәклеген һорашабыҙ. Беҙ бер-беребеҙ менән һәр саҡ «осрашҡанға тиклем» тип хушлашабыҙ. Сентябрь аҙағында яугирҙар менән тағы осрашырбыҙ, тип ышанам.

Бөгөн Рәмил Бәҙәмшин МХО-ла ҡатнашыусылар үтенесе буйынса яҙылған «Йәшә, герой!” тигән йырын халыҡҡа сығара.

- Ул баҡыйлыҡҡа күскән яугирҙарға арналған. Беҙ уларҙы һөйләйбеҙ, иҫкә алабыҙ икән, тимәк, улар беҙҙең эргәлә. Хәтерҙең йәшәүе мөһим. Бындай композиция яҙыу уйы миндә күптән барлыҡҡа килгәйне, ә Доставалов исемендәге башҡорт батальонының беренсе командиры, “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының командир урынбаҫары, штаб начальнигы Мәжит Байдәүләтов үтенесен еткергәс, эшкә тотондом. Ул һәр яугир өсөн борсола һәм һәр юғалтыуҙы шәхси ҡайғы итеп ҡабул итә, шуға күрә егеттәрҙең йырҙарҙа йәшәүен теләй, - тине башҡарыусы.

Рәмил Бәҙәмшин IV «Геройҙар ваҡыты» бөтә Рәсәй йыр фестивалендә сығыш яһай. Концерт 26 августа Өфөнөң Совет майҙанында үтәсәк, 18.00 сәғәттә башлана.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: