Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Август , 16:14

Рәсәй хәрби округтарының ижади бригадалары гастролдәргә сыҡты

Рәсәй Оборона министрлығының ижади коллективтары беренсе булып Стәрлетамаҡ ҡалаһында сығыш яһаны.

Рәсәй хәрби округтарының ижади бригадалары гастролдәргә сыҡты
Рәсәй хәрби округтарының ижади бригадалары гастролдәргә сыҡты

Уларҙы икмәк, бауырһаҡ һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар.

Был гастролдәр Әрме мәҙәниәте көндәре сиктәрендә бойомға ашырыла. Сығыш яһаған бригадалар араһында Ракета ғәскәрҙәренең “Ҡыҙыл йондоҙ”, Александров исемендәге йыр һәм бейеү ансамблдәре, Ленинград хәрби округының ижади фронт бригадаһы бар.

Артабан улар Өфөлә, Сибайҙа, Белоретта һәм Октябрьский ҡалаһында сығыш яһаясаҡ.

 

Мәғлүмәт: https://resbash.ru/news/localnews/2025-08-22/tvorcheskie-brigady-voennyh-okrugov-minoborony-rossii-nachali-gastroli-po-bashkirii-4358539?utm_source=away.vk.com&utm_medium=referral&utm_campaign=away.vk.com&utm_referrer=away.vk.com 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: