Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Август , 17:06

«Атайым концлагерь кисергән һуғыш балаһы ине...»

Совет майҙанында Әрме мәҙәниәте көндәре сиктәрендә классик музыка фестивале уҙа. Уның беренсе көнө һуғыш осоро йырҙарына арналды.

«Атайым концлагерь кисергән һуғыш балаһы ине...»
«Атайым концлагерь кисергән һуғыш балаһы ине...»

Уның беренсе көнө һуғыш осоро йырҙарына арналды. Халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Беларусь Республикаһының опера йырсыһы Оксана Волкова был йолаға нигеҙ һалыусы күренекле йырсы Дмитрий Хворостовскийҙы иҫкә алды.

«Ул альбом яҙҙырып, бөтә ер шарын урап сыҡты. Йырҙары башҡарыуы беҙҙең өсөн өлгө, ә минең өсөн был йырҙарҙы төрлө донъяуи сәхнәләрҙә осрашҡан Асҡар Абдразаҡов, Василий Ладюк кеүек оҫталар менә бергә йырлауы тулҡынландырғыс та, ҡәҙерле лә», — ти Оксана Волкова.

Уның ғаиләһе, башҡалар кеүек, ҡаралы-аҡлы телевизорҙан “Летят журавли”, “А зори здес тихие...”фильмдарын ҡарап үҫкән. Оксана Волкова был кистә тап Женька Комелькованың арияһын башҡарҙы.

«Атайым концлагерь кисергән һуғыш балаһы ине. Һәр йырҙы башҡарғанда, мин кешеләрҙең ҡараштарын, хистәрен тоям. Һәр береһе тиерлек йырлай.   Был йырҙар йөрәктә, күңелдә», — тип кисерештәре менән уртаҡлашты ул.

 

Мәғлүмәт: https://resbash.ru/news/kultura/2025-08-22/v-ufe-na-festivale-romantika-oseni-ozhili-traditsii-dmitriya-hvorostovskogo-4358662?utm_source=away.vk.com&utm_medium=referral&utm_campaign=away.vk.com&utm_referrer=away.vk.com

 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: