— Беҙ, яҙыусылар, тарих яҙабыҙ. Махсус хәрби операция темаһына минең китаптарым, юл яҙмаларым, очерктарым, пьесаларым донъя күрҙе. Бала сағымда олатайым менән йәшәнем. Ул Бөйөк Ватан һуғышы тураһында тураһында күп һөйләне. Етмәһә, беҙҙең быуын йәш сағында шул һуғыш тураһында китаптар уҡыны: “Йәш гвардия”, “Ысын кеше тураһында повесть”, пионер геройҙар һ.б. Беҙ уларҙы ҡат-ҡат уҡыныҡ, геройҙарҙың батырлығына һоҡландыҡ, уларға оҡшарға теләнек. Хатта 13 йәшемдә яҙған тәүге хикәйәм дә һуғыш тураһында булды, — тип хәтирәләре менән уртаҡлашты ул. Мөнир Ҡунафиндың күп кенә журналист яҙмалары ла Бөйөк Ватан, афған һуғышы ветерандарына, махсус операцияла ҡатнашыусыларға арналған. МХО темаһына мөрәжәғәт итеп, иң беренсе батыр яугир Фәнис Хөсәйенов тураһында очерк сығара. Уны башҡорт телендә генә һигеҙ миллион тапҡыр уҡылған. Әммә автор ҡәнәғәтлек алмай, сөнки очерк башҡа кешеләрҙең ауыҙынан ишетелгән мәғлүмәттәр нигеҙендә яҙыла. Барыһын да үҙ күҙҙәре менән күрергә тип, ул махсус хәрби операция зонаһына юллана. Ике тапҡыр ижади командировкала була. — Һуғыш ҡасандыр тамамланыр, ә бына тере тарих ҡалыр. Беҙ бит алғы һыҙыҡта булдыҡ, снарядтар яланы уртаһындағы блиндаждарҙа йоҡланыҡ. Әгәр быны күрһәң, яҙмай, өндәшмәй ҡалыу мөмкин түгел, шуға мин китап яҙҙым. Тарихи дөрөҫлөктө белгән халыҡ-иң көслө һәм бөйөк халыҡ. Кешенең выжданы-ул халыҡтың хәтере, тиҙәр. Бөгөн был выжданды юғалтырға хоҡуғыбыҙ юҡ, — тип фекер йөрөтә Мөнир Ҡунафин. Уның «МХО. Мин һуғыштан тере килеш сыҡтым» китабы Мәскәүҙә нәшриәтендә донъя күрә. Уның яҙылыу тарихы былай була. Автор һуғыш яланындағы икенсе сәфәренән Өфөгә ҡайтҡас, яҙмаларын “Бельские просторы” журналында баҫтырып сығара. Ошо материалдар менән уҡығас, Мәскәү нәшриәте вәкилдәренән китапты баҫып сығарыу тураһында тәҡдим ала. — МХО-ла күргәндәрем, минең уйҙарым хәҙер был китапта сағылыш тапты. Мин сәфәремдә ғазап, күп йәштәре түгел, яугирҙарыбыҙҙың патриотизмын, уларҙың ихласлығын, туғанлыҡ хисен күрҙем, — тип һөйләй автор. Бынан тыш, Йәштәр театры Мөнир Сәхиулла улының «Бер ғүмерең етмәй икән» әҫәре буйынса спектакль ҡуйҙы. Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә был спектакль беренсе тапҡыр рус телендә уйналасаҡ. Һуңғы айҙа яҙыусы отпускыла булған, махсус хәрби операция тураһында ун хикәйә яҙған, Нур татар дәүләт театры өсөн яңы пьеса тамамлаған. Спектаклдең премьераһы быйыл октябрь айында буласаҡ. Композитор Заһир Байыҡ менән ижади берлектә өс йыр ижад иткән, ә ул ун йырҙан торған цикл буласаҡ, тип ижади пландары менән уртаҡлашты.