Экспозиция Үҙәк хәрби-диңгеҙ китапханаһы тарафынан Әрме мәҙәниәте көндәре сиктәрендә бойомға ашырыла. Ул 21 августан 27 августҡа тиклем В. И. Альбанов исемендәге Полярниктар музейында эшләйәсәк.
Күргәҙмәлә ХVIII-XXI быуаттарҙа баҫылған китаптар һәм мәҡәләләр урын алған. Уларҙа Андреев флагы тарихы, Петр Беренсе ваҡыттары сағыла.
Экспозицияла данлыҡлы диңгеҙ алыштары, бөйөк экспедициялар, Рәсәй моряктарының батырлығы, Хәрби-диңгеҙ флоты тарихы, Төп хәрби-диңгеҙ парады, хәҙерге замандағы хәрби хәрәкәттәр һынландырылған.